К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә елек доноры булыр өсөн ҡан тапшырыу акцияһы үтте

Илнур Юлаев 10 йыл элек ҡан сиренә тарығас, уға тап елек доноры талап ителә. Һөйөнөскә, 9 йәшлек ҡустыһының ҡанайым күҙәнәктәре тап килә, Һөйәк ҡыуышлығы матдәһен күсереп ултыртыу Илнурҙы ауыр сирҙән ҡотҡара. Операция эҙемтәһен табиптар ыңғай баһалай, ти  егет.

Республика ҡан биреү станцияһына Илнур акцияла ҡатнашыусыларҙы яҡларға килгән. Ә Сергей Решетников акцияны ойоштороусы. Елек төрҙәрен тап төбәктәрҙә туплаған өлгөләргә байытыу сирлеләрҙе ҡотҡарыуға өмөт бирә. Онкология асыҡланған балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алған мәрхәмәт фондтары ла ҡан биреү акцияһында ҡатнашырға өндәй.

Һәр теләгән кеше елек доноры була алмай, сикләүҙәр сәләмәтлек кенә түгел, йәш буйынса ла бар.Республика ҡан биреү станцияһы табиптары бындай акцияларҙа 2015 йылдан ҡатнаша. Күпме кеше ҡабул итеү һәм күпме өлгө туплау уларҙың тиҙлеге менән оҫталығына бәйле. Алынған өлгөләрҙе республика ҡан биреү станцияһы артабан генотиптар реестрын тулыландырыуға Санкт-Петербург, Киров Мәскәү ҡалаларына оҙата. Ошо арауыҡта тапшырылған алты йөҙгә яҡын өлгөнөң  дүртәүһе ҡулланылған, тигән мәғлүмәт бар.

Рәсәй милли реестрында әле бары 92 мең потенциаль донор иҫәпләнә. Был һан бик түбән, сит илдәрҙә елек донорҙары һаны 8 миллионға етә. Өлгөләрҙең талап ителгән генотипты осратыу мөмкинлеге йөҙ меңгә берәү булһа, донорлыҡ акциялары мөмкинлектәрҙе 10 меңгә бер кимәленә күтәрә.

Бындай киңәйтелгән акциялар ҡанайым күҙәнәк төрҙәре реестрын Башҡортостанда йәшәгән милләттәр өлгөһө менән тулыландырыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы. Республикала әле махсус милли реестр юҡ, ә уны булдырыу күп сығымдар талап итә. Табиптар иһә үҙ яңынан теләк тә, әҙерлек тә етерлек, тип белдерә.

 

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика