ГТРК «Башкортостан» стала самой цитируемой телерадиокомпанией республики по итогам 2018 года - 735099445 | ГТРК «Башкортостан»
Прямой эфир:
Смотреть Башкортостан 24 Смотреть Россия 24 Слушать и смотреть Радио Маяк Слушать и смотреть Радио России Башкортостан Слушать Радио Вести FM Слушать и смотреть Радио Ватан

Бергә йырлап алайыҡ

Башҡортостан телевидениеһына 60 йыл тулыу уңайынан «Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы башҡорт телендә 60 караоке бүләк итә. Бында күптәрҙең күңеленә хуш килгән ретро,заманса хиттар,йәштәр өсөн дәртле йырҙар тәҡдим ителә. 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Ҡөрьән уҡыусыларҙың төбәк-ара конкурсы | ГТРК «Башкортостан»

Ҡөрьән уҡыусыларҙың төбәк-ара конкурсы

Өфөлә Ҡөрьән уҡыусыларҙың төбәк-ара конкурсы уҙасасаҡ. Уны Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты булышлығында «Хафиза» ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт хәрәкәте ойоштора. Дини бәйге 27-28 апрелгә билдәләнгән. Ул ике этапта уҙасаҡ. 27 апрелдә һайлап алыу туры, шулай уҡ, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн лекциялар һәм...

25 апреля 2019
Смотреть видео Өмөтһөҙ ҡылыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Өмөтһөҙ ҡылыҡ

Стәрлетамаҡта сиркәүҙән иғәнә урлаусы һәм ҡарауылсыны туҡмаған  өс ирҙе ҡулға алдылар. Зыян күргән ҡарауылсы  әле ҡала дауаханаһының реанимация бүлегендә ята. Был видео Стәрлетамаҡ ҡалыһының ғибәҙәтханаһында төшөрөлгән. Кадрҙарҙа күренеүенсә, ике ир-егет сиркәүҙең ҡарауылсыһын туҡмай. Әле...

25 апреля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Шри-ланкалағы террор ғәмәле өсөн “Ислам дәүләттәре” төркөмө яуаплылығын үҙ өҫтөнә алған. Быға тиклем Изге Себастьян сиркәүендәге фажиғәнән видеояҙма табылған. Кадрҙан күренеүенсә, ҙур рюкзак/биштәр таҡҡан ир шартлау алдынан диндарҙар йортона инеп китә. Әлеге мәлдә енәйәткә ҡағылышлы тип иҫәпләнгән...

25 апреля 2019
Смотреть видео Трансплантология мөмкинлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Трансплантология мөмкинлектәре

Башҡорт Дәүләт медицина университетына донор ағзаһын күсереп ултыртыу буйынса тәжрибә уртаҡлашыу һәм проблемаларҙы хәл итеү юлдарын барлау маҡсаты менән Германиянан белгестәр килде. Әле республикала нисә кеше донор ағзаһына мохтаж? Яңы ағза менән пациент үҙен нисек тоя? Татьяна Батюкина һаулығын...

25 апреля 2019
Смотреть видео Табипҡа ҡасан мөрәжәғәт итергә? | ГТРК «Башкортостан»

Табипҡа ҡасан мөрәжәғәт итергә?

Сир аяҡтан йыҡҡас ҡынамы, әллә  сәләмәт булыуыңды раҫлау өсөнмө? “Иртә үткәрелгән диагностика һәр әсәнең сәләмәтлеген һаҡлар һәм ғүмерен оҙайтыр”  тип аталған форумда ҡатнашыусы белгестәр бер тауыштан, сәләмәт булыуыңды раҫлар өсөн, тип яуап бирҙе. Форум  етди һорауҙар күтәрҙе...

25 апреля 2019
Смотреть видео Илдә танылған перинаталь медицина үҙәгенең эше менән Радий Хәбиров танышты | ГТРК «Башкортостан»

Илдә танылған перинаталь медицина үҙәгенең эше менән Радий Хәбиров танышты

Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Мать и дитя” клиник госпиталендә булып табиптар һәм пациенттар менән аралашты. Илдә танылған перинаталь медицина үҙәгенең Өфөләге госпитале 2014 йылдан эшләй. Акушерлыҡ, гинекология, түлһеҙлекте дауалау, педиатрия, медицина...

25 апреля 2019
Смотреть видео Төҙөүселәр вәғәҙәләрен үтәй | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөүселәр вәғәҙәләрен үтәй

Миловка паркында торлаҡ төҙөлөшө көндән-көн әүҙемләшә. Фатирҙарҙа ағартыу-биҙәү эштәре, тышта диуарҙарҙы йылытыу йылдам бара. Июль айында торлаҡ хужаларына тапшырылыр, тип көтөлә. Тик, фатирҙарҙа обой йәбештерелмәй һәм линолиум йәйелмәйәсәк. 5-се кварталдың өс торлағында эштәр ҡайнай. Төҙөлөш...

25 апреля 2019
Смотреть видео Яңы инвестпроект | ГТРК «Башкортостан»

Яңы инвестпроект

Республикала углерод һәм водород ҡатнашмаһын эшкәртеүсе ҡоролма төҙөйәсәктәр. Был матдәләр яғыулыҡтың сифатын яҡшыртырға ярҙам итәсәк, тип көтөлә. Яңы инвестпроект менән Радий Хәбиров танышты. Инвестиция күләме 3 миллиард һумдан ашып китәсәк. Салауат ҡалаһындағы предприятие 28 йыл элек ойошторолған...

25 апреля 2019
Смотреть видео Йорт идарасыһы | ГТРК «Башкортостан»

Йорт идарасыһы

Йәшәйеште уңайлы һәм таҙа итеп ойоштороуҙы иң ябай әйберҙәрҙән башларға тейешбеҙ. Бында ваҡ мәсъәләләр булырға тейеш түгел, тип белдерҙе «Йорт идарасыһы» күп фатирлы йорт советтары республика форумында төбәк башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров. «Управдом» форумы сиктәрендә февраль айынан...

25 апреля 2019
Смотреть видео Ҡул һуғышы буйынса чемпионат | ГТРК «Башкортостан»

Ҡул һуғышы буйынса чемпионат

Өфөлә йыл һайын үткәрелә килгән ҡул һуғышы буйынса асыҡ чемпионат үтте. Сараны республиканың Росгвардия идаралығы, эске эштәр министрлығы, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойошторҙо. Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусылар иҫтәлегенә бағышлап үткәрелгән ҡул һуғышы ярышында Илшат дүртенсе йыл...

24 апреля 2019
Смотреть видео Сәхнә кейемдәрендә дефиле | ГТРК «Башкортостан»

Сәхнә кейемдәрендә дефиле

Бер саҡырым етен туҡыма, ебәк, әллә күпме тире, 3 меңләп биҙәү таштары – һөҙөмтәлә 400 сәхнә кейеме! Береһенән-береһе матур костюмдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары  бер аҙнанан “Аттила” операһының премьераһында сәхнәгә сығасаҡ. Ә был ялдарҙа матбуғат хеҙмәткәрҙәре,...

24 апреля 2019
Смотреть видео Матур башҡорт теле | ГТРК «Башкортостан»

Матур башҡорт теле

Башҡортостан24 каналында “Матур башҡорт теле” тигән өр-яңы проект эфирға сыҡты. Уны башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды “Рәсәй” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының Башҡортостан филиалы менән берлектә бойомға ашыра. Егерме телевизион дәрес барышында уҡыусылар уҡытыусы менән Ватсап...

24 апреля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Владимир Зеленский Украинаның яңы президенты. Уның командаһы реформалар өҫтөндә эш башлауы тураһында хәбәр итә. Ә Петр Порошенко тәүге һөҙөмтәләрҙән һуң, үҙенең еңелеүен таныған. Үҙәк һайлау комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, Зеленский тауыштарҙың дүрттән өс өлөш йыйған.  Ҡазан зоопаркына...

24 апреля 2019
Смотреть видео Ҡара ҡылауҙы 3D ҡоролма ярҙамында бөтөрөү | ГТРК «Башкортостан»

Ҡара ҡылауҙы 3D ҡоролма ярҙамында бөтөрөү

Өфөнөң күҙ табиптары донъяла киң таралған сирҙе дауалауҙың заманса ысулын үҙләштерҙе.  Руслан Вәлиевтың күҙенә операция яһарға бары 15 минут ваҡыт талап ителде. Хәрәкәттәрҙе өс үлсәмдә күреп үтәүгә нигеҙләнгән ҡоролма ярҙамында башҡарылған операциянан һуң шәбәйеү осоро ла тиҙ. Күҙҙән ҡара...

24 апреля 2019
Смотреть видео Киләсәк быуын инженерҙары | ГТРК «Башкортостан»

Киләсәк быуын инженерҙары

Конгресс-холл “Торатау” бинаһында Республика мәктәптәре араһында үткәрелгән “Киләсәк быуын инженерҙары-2019” беренсе форумға йомғаҡ яһалды. Форумда бөтәһе егерме биш мәктәп ҡатнашҡан. Буласаҡ инженерҙар үҙҙәренең проекттарын “Пилотһыҙ авиация системалары”, “Робототехника”, “Хай-тек”, “Йыһан...

24 апреля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе мөмкин

Йыл да тиерлек яҡшы уңыштың нигеҙе булған ужымдар был ҡышты ла етеш кенә сыға  алманы. Айырым райондарҙа ғәҙәттән тыш хәл индереү  тәҡдимен Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров та хупланы. Белгестәр иҫәпләүенсә, 6 миллиард һумлыҡ уңыш юҡҡа сыҡҡан. Шишмә районында, мәҫәлән, ужым...

24 апреля 2019
Смотреть видео Өфө – матур әммә иҫ киткес  бысраҡ ҡала! | ГТРК «Башкортостан»

Өфө – матур әммә иҫ киткес бысраҡ ҡала!

Төбәк етәксеһе булып эш башлаған тәүге айҙарҙа  уҡ  Радий Хәбиров ошо һүҙҙәр менән сығыш яһаны һәм коммуналь хеҙмәттәргә был мәсьәләне хәл итергә кәрәклеген белдерҙе. Баш ҡала бигерәк тә яҙ көндәрендә саң аҫтында ҡала. Сәбәбе – юлдарҙағы бысраҡтың  тейешенсә  таҙартылмауы....

24 апреля 2019
Смотреть видео Айби эн Бей Эфес  компанияһы Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү юлдарын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Айби эн Бей Эфес компанияһы Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү юлдарын билдәләй

Ширҡәт республика биләмәләрендә яңы сәнәғәт обьекттарын ҡороп, эш урындары асырға, шулай уҡ иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында берлектәге проекттар булдырыу тәҡдимен әҙерләгән. Ошо турала компания вәкилдәре һәм республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыу барышында әйтелде.  Яҡтар яңы...

24 апреля 2019
Смотреть видео Республика йәмәғәтселеге оло юғалтыу кисерҙе | ГТРК «Башкортостан»

Республика йәмәғәтселеге оло юғалтыу кисерҙе

81-се йәшендә, ҡаты ауырығандан һуң Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев арабыҙҙан китте. Рауил Төхвәт улы 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуа. 30-ҙан ашыу шиғри йыйынтыҡтар, әҙәби баҫмалар һәм фәнни-тикшеренеү китаптары авторы. Айырым әҫәрҙәре немец, төрөк...

24 апреля 2019
Смотреть видео Республикала көндәр йылына | ГТРК «Башкортостан»

Республикала көндәр йылына

 Рәсәй гидрометеорология үҙәгенән ошо хаҡта хәбәр итәләр. Белгестәр әйтеүенсә, быйыл апрель айы төбәк өсөн хас булмаған һыуыҡтар менән килде, шулай ҙа бөгөндән һауа температураһы ныҡлап йылынасаҡ. Ошо аҙна баштарына термометр бағанаһы көндөҙ уртаса 13-15 градусҡа күтәреләсәк. Ә төндәрен уртаса...

22 апреля 2019
Смотреть видео Себер ерендә башҡорт тирмәләре көмбәҙе | ГТРК «Башкортостан»

Себер ерендә башҡорт тирмәләре көмбәҙе

Рәсәй төбәктәре башҡорттарының мәҙәниәт көндәре төбәк-ара проекты дауам итә. Был  акция нигеҙендә 2013 йылдан башлап Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск, Пермь һәм Татарстан башҡорттары мәҙәниәте көндәре даими үткәрелде. 18 апрелдә   Ханты-Манси автономиялы округы...

22 апреля 2019
Смотреть видео “Йәш профессионалдар” | ГТРК «Башкортостан»

“Йәш профессионалдар”

Өфө һөнәр колледжында Ворлдскиллс-Раша “Йәш профессионалдар” етенсе милли чемпионатында “Баҫма технологиялары матбуғатта” йүнәлеше буйынса финал ярышында ҡатнашыу хоҡуғын алыу буйынса һайлап алыу туры тамамланды. Ярышта Башҡортостан, Татарстан республикалары, Һарытау, Ярославль, Мәскәү өлкәләре һәм...

22 апреля 2019
Смотреть видео Ҡатырғанан нефть заводы | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатырғанан нефть заводы

Ҡатырғанан завод ҡороп Берҙәм Дәүләт Имтиханына өҫтәмә тиҫтә балл ҡуш. Өфө уҡыусыларына ошондай ысулды Нефть кухняһы тәҡдим итә. Был бәйге еңеүселәрҙе билдәләмәй. Төп маҡсат – һәр бер айырым ҡоролманың тотош бер завод булып эшләп китеүе. Буласаҡ нефтселәрҙән берҙәм һәм татыу хеҙмәт талап ителә....

22 апреля 2019
Смотреть видео Нисек ялған орлоҡтарға юлыҡмаҫҡа? | ГТРК «Башкортостан»

Нисек ялған орлоҡтарға юлыҡмаҫҡа?

 Башҡортостан буйынса Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы орлоҡ магазиндарын тикшерә. Сифатлы орлоҡ ниндәй булырға тейеш? 98 йәшлек Анна Киршина үҫентеләрен ҡәҙерләп кенә ҡарай. Хәҙер нисәмә йылдар үрсетмәләр ултыртып, һәр береһенең нескәлектәрен белеп бөткән. Үҙ баҡсаңдағы йәшелсә, емеш-...

22 апреля 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров Сибай халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Сибай халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе

 Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы уҙған көн эш сәфәре менән урал аръяғы баш ҡалаһында булды. Ул экологик хәлде яҡшыртыуға көс һалған кешеләргә дәүләт наградалары тапшырҙы, ҡала халҡы менән аралашты, бер нисә социаль объектта булды. Йәш үҫентеләр Аблюзиндар ғәиләһе өсөн яңы тормош...

22 апреля 2019
Смотреть видео Сибайҙа туҡмас һәм бишбармаҡ етештерәләр | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙа туҡмас һәм бишбармаҡ етештерәләр

Йәш эшҡыуарҙарҙың продукцияһы менән гипермаркеттар ҡыҙыҡһына башлаған.  Дилмөхәмәтовтар ғаиләһе милли ризыҡтарҙы етештереү менән өс йыллап шөғөлләнә. Ассортиментта әлегә туҡмас һәм бишбармаҡ. Тәүҙә бина ла, ҡоролмалар ҙа булмаған. Аҙаҡ улар 300 мең һум күләмендә субсидия алған. Тауар...

19 апреля 2019
Смотреть видео Подъездарҙы төҙөкләндереү | ГТРК «Башкортостан»

Подъездарҙы төҙөкләндереү

Республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһы эшләй башланы. 2019 йылда Өфөлә 1 мең 600 подъезд төҙөкләндереү ҡаралған. Флүр Ихсанов Октябрь Проспектының 84-се йортонда 30 йылдан ашыу йәшәй. Подъездарында күптән көткән ремонт эштәре башланды. Тирә яҡтағы саң, төҙөлөш сүп-...

19 апреля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда балаларҙы йөҙөргә өйрәтеүсе дәрестәр индерергә тәҡдим итәләр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда балаларҙы йөҙөргә өйрәтеүсе дәрестәр индерергә тәҡдим итәләр

Ошондай башланғыс менән йөҙөү буйынса Бөтә Рәсәй федерацияһы президенты Владимир Сальников сыҡты.  Ул республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашуҙа июлдә Өфөлә үтәсәк Халыҡ-ара балалар уйындарында файҙаланыласаҡ инфраструктура тураһында әңгәмәләште. Шулай уҡ, яңы спорт обьекттары төҙөлөшө...

19 апреля 2019
Смотреть видео «Ҡайнар йөрәк»тәр | ГТРК «Башкортостан»

«Ҡайнар йөрәк»тәр

Өфәлә ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән балаларҙы тәбрикләнеләр. Был юлы тиҫтерҙәрен ҡотҡарыу өсөн ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйған 3 бала «Ҡайнар йөрәк» билдәһе менән бүләкләнде. Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт башланғысы лауреаттарына һәм уларҙың ата-әсәләренә баш федераль инспектор Михаил Закомалдин оло...

19 апреля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Португалияның Мадейра утрауында туристар автобусы аварияға эләккән. Водитель транспорт менән идара итә алмай, боролошта юлдан төшөп китеп, бер йорттон ҡыйығына бәрелә.  Һөҙөмтәлә 29 кеше һәләк булған, 27-һе төрлө йәрәхәттәр алған. Портулагия прокуратураһы туристар ҡатнашлығындағы  был юл-...

19 апреля 2019
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика