Өфөләге иң ҙур бассейн ярыштарға әҙер

 Башҡортостандың 100 йыллығына-100 объект проекты сиктәрендә төҙөлгән бассейнды июнь айында рәсми асыу көтөлә. Әле бында ярыштар ойошторорға тирә-яҡтағы әүҙем төҙөлөш ҡамасаулай. 37 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан спорт әҙерлеге үҙәге бинаһының башҡа залдарында төҙөкләндереү-биҙәү эштәре бара.  Йөҙөү буйынса халыҡ-ара ярыштар талаптарына яуап биргән комплекста бассейндар ғына дүртәү. Уларҙың оҙонлоғо 50, киңлеге 25 метрлыҡ иң ҙурына дүрт тоннаға яҡын һыу тултырылған. 10 йөҙөү юлдары араһына әле сикләү ҡоролмалары ҡуйыла. Махсус экрандар, тауыш системаһы сафта. Бассейн һөнәри һәм мөмкинлеге сикле спортсылар өсөн махсуслаштырылған. Объекттың төп үҙенсәлеге — һыуҙы яңыртыр өсөн бассейнды тулыһынса бушатыу талап ителмәй. Һыу менән махсус система өҙлөкһөҙ тәьмин итә. Бассейндарҙан түбән тотош завод урынлашҡан. Бында һыу әҙерләүҙең тулы циклы башҡарыла. Файҙаланылған һыу бер нисә кимәлдәге фильтрҙар ярҙамында таҙартыла һәм химик миҡдарлау менән ультрафиолет нурландырыу аша пакландырыла. Эштәр тәүлек әйләнәһенә туҡтамай, улар менән махсус әҙерлекле оператор идара итә. Бассейндар комплексы Өфө өсөн яңылыҡ булһа, бындай спорт әҙерлеге үҙәгенә Рәсәйҙә тиңдәр юҡ. Спортсыларға бар уңайлыҡтар бер ҡыйыҡ аҫтында. Өс рингты берләштергән бокс залы, фехтование, еңел атлетика майҙандары, хакимиәт корпусы, тренер бүлмәләре, табип-тергеҙеү бүлеге, ҡунаҡхана, кафе. Залдарҙа тамашасы һәм көйәрмән урындарына тиклем  һәр йыһаз халыҡ-ара ярыштар талабына тап килтерелгән. Үҙәктә спорт ярыштарынан тыш концерттар, бейеү кисәләре кеүек башҡа күмәк саралар ойошторорға мөмкин. Тәүҙә паралимпиясылар өсөн күнегеүҙәр үҙәге булараҡ һалына башлаған комплексты 2016 йылда спорт әҙерлеге үҙәге итеп үҙгәртергә ҡарар ителә. Шуға бәйле матди сығымдар күләме лә йәнә бер миллиард һумға арта. Төҙөлөш объекты тулы әҙерлек дәрәжәһенә яҡынлаша. Уны май аҙағында файҙаланыуға тапшырыу көтөлә. Киләһе йәй комплекс халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итергә әҙерләнә.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Сарала уҡытыусылар, колледж директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты. “Мәғариф эштәре” журналы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тәүге баҫмаһы. Ул ғәрәп телендә 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында  донъя күргән. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм замана талаптарына ярашлы...

6 часов 3 минуты назад
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе

,,Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе,, республика конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡала. Ойоштороусылар конкурсҡа мөмкин тиклем күберәк  иғтибар йәлеп итергә, ҡатнашыусыларҙың һанын артырырға, уларҙың баһаһын күтәреп халыҡ араһына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошо йәһәттән Рәсәй ДОСАФФ ойошмаһының...

6 часов 8 минут назад
Смотреть видео Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды

Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының...

6 часов 11 минут назад
Смотреть видео Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа? | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?

Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты...

6 часов 13 минут назад
Смотреть видео Башҡортостан Хөкүмәтендә етди үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Хөкүмәтендә етди үҙгәрештәр

Улар менән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров таныштырҙы. Талаптар көсөйтелә, тине Радий Фәрит улы. Төҙөлөштә, йәмәғәт транспортында етди тәртип урынлаштырыу башлана. Оператив кәңәшмә министрҙар кабинетындағы кадрҙарға бәйле үҙгәрештәр менән асылды. Радий Хәбиров ял көндәрен бушҡа...

6 часов 16 минут назад
Смотреть видео Башҡорт википедияһына 15 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт википедияһына 15 йыл

Ошо уңайҙан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының грек залына иң әүҙем телсе ирекмәндәр йыйылды. Бөгөнгәсә башҡорт викиирекмәндәре тарафынан интернет селтәренә 55 мең мәҡәлә әҙерләнгән. Викиирекмәндәр осрашыуы мәшһүр «Урал  көйө менән асылды. Башҡорт википедияһы хәрәкәтенең иң әүҙем...

1 марта 2021
Смотреть видео Боронғо дәүер юлдары | ГТРК «Башкортостан»

Боронғо дәүер юлдары

«Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында “Боронғо дәүер юлдары” тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Үҙенсәлекле экспозицияла таш быуаттан алып ун туғыҙынсы быуатҡа тиклемге осорҙа Башҡортостанда табылған төрлө артефакттар менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәнең нигеҙендә 2017 йылда Өфө-2...

1 марта 2021
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған

Башҡорт эҙәрмәндәре Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар тапҡан. Ул йылдарҙа меңәрләгән кеше комсомол һәм партия саҡырыуы буйынса хәрби хеҙмәткә алынған. Әммә улар тураһында мәғлүмәт бер ерҙә лә теркәлмәгән. Хәҙер инде был һалдаттарҙың исемен асыҡлау һәм мәңгеләштереү мөмкинлеге бар....

1 марта 2021
Смотреть видео Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала

Бының өсөн беркетелгән поликлиниканың регистратураһына мөрәжәғәт итеү ҙә етә. 65 йәшен тултырыусы Вера Александровна ковидҡа ҡаршы прививка яһатырға ,,доктор. Рб,, сайты аша яҙылған. Бындай ысул иң уңайлыһы, ти ханым. Сират та юҡ, шунда уҡ табипҡа эләгәһең. Прививка яһатыр өсөн айырым әҙерлек...

1 марта 2021
Смотреть видео Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала | ГТРК «Башкортостан»

Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был ҡағиҙәне рәсми нығытырға тәҡдим итте. Төбәк парламентының сираттағы ултырышында дүрт тиҫтәнән ашыу закон проекты ҡаралды. Электр ҡеүәтендәге автомобилдәргә ихтыяжды хәстәрләү маҡсатында транспорттың был төрөндә йөрөгәндәр өсөн дә түләүле парковкаларҙы...

1 марта 2021
Яндекс.Метрика