Башҡортостан автобустары Мәскәү пассажирҙарын хеҙмәтләндерәсәк

Нефтекама машина төҙөүселәре Рәсәй башҡалаһына өсөнсө быуын автобустар оҙатырға әҙер. Динар Йәһүҙин заводта дүртенсе йыл эшләй. Слесарь булараҡ ул автобустарҙың тышҡы өлөшөн йыя. Шуға ла предприятие етештергән машиналарҙы алыҫтан таный. Ғорурлыҡтан тыш заводта эшләүселәргә сәм тойғоһо хас. Машина төҙөүселәр заман талаптарын үтәп оҫталығын арттыра. Мәскәү ҡала транспорты өсөн автобустар етештереүгә заказ алыу бер ҡаҙаныш булһа, заказды тейешле кимәлдә үтәү – икенсеһе, ти конструктор бүлеге етәксеһе Роберт Дәүләтшин. Нефтекама инженерҙары белемен хәҙер автобустарҙың өсөнсө быуын өлгөләрен етештереүҙә уңышлы ҡуллана. Евро5 дизель автобустарының техник талаптары 100 биттән ашыу майҙанды ала. Машинаның электрон өлөшө айырыуса ҡатмарлы. Автобуста 13 видеокүҙәтеү камераһы эшләй. Улар пассажир һәм водитель хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең төп сараһы.  Хәҙерге автобустар аккумулятор зарядлау ҡоролмаһы, вай-фай, валидатор менән йыһазландырылған. Барыһы ла заман пассажиры уңайлығы өсөн. Йәмәғәт транспортына ҡарата йәнә бер талап – автобустарҙың хәрәкәте һәм мөмкинлеге сикле пассажирҙар өсөн уңайлы булыуы мотлаҡ.Коляска өсөн күтәрмә һәм махсус терәк, өлкәндәр һәм балалы пассажирҙар, юл күрһәтеүсе эт ярҙамында йөрөгән кешеләр, хатта  уларҙың эттәре өсөн айырым урын билдәләнгән. Ишектәрҙе пассажир үҙе аса ала. Талаптар водитель урынына ҡарата ла ҡәтғи. Кресло уңайлыҡтарынан алып салондағылар менән аралашыуға тиклем барыһы ла уйланылған. Ошондай юғары сифатлы автобустарҙың быйыл ғына 440-ын Мәскәү ҡала транспорты ҡулланышына оҙатыу көтөлә. Килешеүҙә иһә өс йылда 6 йөҙгә яҡын автобус етештереү ҡаралған. Бынан тыш башҡала юлдарына Нефазда яһалған 150 электробус сығасаҡ. Нефтекама заводы Өфө трамвай-троллейбус заводы менән берлектә электр йөрөшлө экологик таҙа транспорт төрөн  етештереүҙе лә яйға һалған. Татарстандың Әлмәт ҡалаһы заказы буйынса әле дүртенсе машина әҙерлек дәрәжәһендә. Автобусты троллесбусҡа әйләндереүҙең артыҡ мәшәҡәте юҡ, ти Нефтекама белгестәре. Бар үҙгәрештәр тышҡы яҡта. Пластик йөҙлөк беренсенән электр изоляцияһын тәьмин итһә, икенсенән машинаны еңеләйтә һәм коррозияны иҫкәртә. Завод йәмғеһе 15 троллейбус етештереү  йөкләмәһен алған. Бының өсөн вахта автобустары цехын киңәйтеү, 25 яңы эш урынын булдырыу талап ителгән. Нефазды яңы бурыстар ҡурҡытмай, улар заводҡа бары үҫеш мөмкинлеге бирә. Нефтекама автобус төҙөүселәренең киләсәктә йәмәғәт транспортының яңы өлгөләрен Башҡортостан ҡалалары өсөн күпләп етештерергә лә теләге бар.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Кескәй журналистарҙың етди һорауҙары | ГТРК «Башкортостан»

Кескәй журналистарҙың етди һорауҙары

Балалар телевидениеһы көнө алдынан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Сәлиховҡа кескәй хәбәрселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыуҙан тыш улар алдында яуап тоторға тура килде. Журналист һөнәре нимәһе менән ҡыҙыҡлы,  һуғыш барған ерҙә улар ни өсөн кәрәк, кеүек етди...

5 марта 2021
Смотреть видео Шашка буйынса оҫталыҡ дәрестәре | ГТРК «Башкортостан»

Шашка буйынса оҫталыҡ дәрестәре

Өфөнөң сауҙа-иҡтисад колледжында Шашка буйынса үҙенсәлекле  ярыш үтте. Халыҡ-ара шашка буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина  студенттар менән  бер юлы уйнау сеансын үткәрҙе. Был сара халыҡ-ара 8 март байрамы һәм Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек...

5 марта 2021
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй сәскәләр бүләк итергә? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй сәскәләр бүләк итергә?

Сәскә бүләк итеү - мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе. Бер байрам да, бер тантана ла сәскәһеҙ үтмәй. Бигерәк тә, 8 март алдынан гөлләмәләргә һорау арта. Шамонин ауылында йәшәүсе Зәлиә Мостаеваның йортоноң икенсе ҡаты күптән инде сәскәләр яланына әйләнгән. Бында ҡыштың ыжғыр бурандарында ла кәйеф...

5 марта 2021
Смотреть видео Гүзәл заттарҙы Радий Хәбиров тәбрикләне | ГТРК «Башкортостан»

Гүзәл заттарҙы Радий Хәбиров тәбрикләне

Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан күркәм тантана ойошторолдо. Башҡортостан данын танытҡан гүзәл зат вәкилдәрен Радий Хәбиров тәбрикләне. Яҙҙың иң беренсе һәм күркәм байрамы алдынан Өфөләге “Торатау” Конгресс-Холында гүзәл затты хөрмәтләү тантанаһы матур йолаға әйләнде. Бында бөгөн дә...

5 марта 2021
Смотреть видео Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә

Уны бер аҙна байрам итәләр. Һәр көндөң үҙ атамаһы бар.  Дүртенсеһен халыҡ телендә “күңел асыу көнө”, тиҙәр. Тап дүшәмбе оло Масленица башлана. Элек был көндө уҡырға ла, эшләргә лә ярамаған. Күңел асып, ҡунаҡҡа йөрөп, ҡоймаҡтар менән һыйланғандар. Масленица Бөйөк Пост алдынан һуңғы аҙнала...

4 марта 2021
Смотреть видео “Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға | ГТРК «Башкортостан»

“Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән фильм республика һәм күрше төбәк кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк. Был турала фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Республиканың төрлө райондарында төшөрөлгән картина тамашасыны үҙенсәлекле сценарийы...

4 марта 2021
Смотреть видео Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула?

Ҡаланың Черниковка биҫтәһендә балалар майҙансығы урынында күп ҡатлы йорт төҙөлә башлаған. Урындағы халыҡ төҙөүсе компанияны йорт янындағы ерҙәре баҫып алыуҙа ғәйепләй. Был хәл буйынса ҡала прокуратыраһы тикшереү  башлаған. Өфөнөң Конституция 5 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәргә...

4 марта 2021
Смотреть видео Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк

Өфө урамдары буйлап ҡиммәтле автомобилдәрҙә ҡыуырға яратҡан Артур Ғәзизовҡа ҡарата суд ултырышы башланды. Уҙған йылдың ноябрендә 25 йәшлек ир инспекторҙы бәрҙереп, автомобиль капотында йөрөттө. Ҡасып китеп юл аша сығып барған ҡатынды һәм балаһын төкөтә яҙа. Хәҙер ошо ваҡиға буйынса суд бара....

4 марта 2021
Смотреть видео Юл киҫелешендә эш ҡайнай | ГТРК «Башкортостан»

Юл киҫелешендә эш ҡайнай

Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге транспорт хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола. Светофорҙарҙың эшләү режимы  урындағы хәлгә ҡарап көйләнә. Төҙөлөш эштәре лә юл үткәүеле тирәләй  план буйынса бара. Объектта эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Салауат Юлаев...

4 марта 2021
Смотреть видео Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк

2021 йылдың 9 майында Башҡортостанда күләмле байрам саралары көтөлә. Радий Хәбиров Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.  Байрамға әҙерлек һәм уны үткәреү планына ярашлы, 7 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тантаналы концерт, 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр...

4 марта 2021
Яндекс.Метрика