Алтын, көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ил яҡшы

Сибай ҡалаһынан балаларҙың тағы ла бер төркөмө Ҡырымға ял итергә барырға әҙерләнә. Улар 10-сы мартта оҙон юлға сыға. Әле иһә Сибайҙан 250-гә яҡын бала ярым утрауҙа һаулығын нығыта. Һалҡын Башҡортостандан – йылы Ҡырымға. Сибай ҡалаһында йәшәүсе 250 бала ял итергә китте.   Уларҙың күбеһе ярым утрауҙа беренсе тапҡыр. Ҡырым балаларҙы яҡты ҡояш, асыҡ күк көмбәҙе менән ҡаршы алды. Беҙҙә 9 градус һалҡын булһа, унда  9 градус йылы. Ҡырым шифаханаһына 6 йәштән алып 11 йәшкәсә малай-ҡыҙҙар килгән. Кескәйҙәрҙең һаулығын нығытыу тәү бурыс, ти табиптар. Сибайҙан килгән балалар Евпаториялағы „Мечта„ шифаханаһында дауалана. Саф һауа һәм диңгеҙ уҡыусыларҙың һаулығын  тиҙ арала нығытыр, тигән өмөттә табиптар. Уҡыусылар ике урынлыҡ, йәшәү өсөн бар уңайлыҡтары ла булдырылған бүлмәлә  тора. Ял итеп, сәләмәтлеген нығытырға килгән кескәйҙәрҙе файҙалы, витаминдарға бай  йәшелсәнән әҙерләнгән салаттар,  аш, еләк-емеш менән һыйлайҙар. Шулай ҙа иң оҡшағаны – ит, ти башҡорт балалары. Ярым утрауҙа уҡыусылар ике аҙна буласаҡ, аҙаҡ улар урынына өлкәнерәктәре – 11-ҙән 16 йәшкәсә үҫмерҙәр килеүе көтөлә. Йылы, ҡояшлы Ҡырым Башҡортостан балаларын нисек кенә ҡунаҡсыл ҡабул итһә лә, тыуған яҡ һағындырып та өлгөрҙө, ти ял итеүсе балалар төркөмө етәксеһе Наилә Зәйнуллина. Ял итеп дауаланған мәлдә уҡыусылар дәрестәрҙе лә онотмай.  Улар өсөн махсус уҡыуҙар ойошторолған. Сибай балаларын ял итеп ҡайтҡас, һөйөнөслө хәбәр көтә. Ҡалала каток эшләй башланы. Асылыуына аҙ ғына ваҡыт үтһә лә, ул ҡала халҡының яратҡан ял итеү урынына әйләнде. Әйткәндәй, Сибайҙа көкөрт диоксиды миҡдары тикшерелеп, халыҡҡа ошо турала даими хәбәр ителеп тора. Күрһәткестәр һауа шарттарына ҡарап үҙгәрә. Әйтәйек, иртән ул аҙ ғына күберәк булһа, бер ни тиклем ваҡыттан нормаға инә.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

7 августа 2020
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

7 августа 2020
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

7 августа 2020
Смотреть видео Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала

   Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ужым культураһының гектар ҡеүәте 30-35 центнерға етә. Был үҙенә күрә рекорд тип әйтергә мөмкин. Сөнки, Көйөргәҙе – игенселек өсөн хәүефле зона булып ҡала һәм бында йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ. Көйөргәҙе аграрийҙары беренселәрҙән булып ужым культураларын урып...

7 августа 2020
Смотреть видео Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй

Иң тормошсан һәм мәртәбәле һөнәр эйәләре – төҙөүселәр – һөнәри байрамын билдәләргә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Республика йортонда тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан элек-электән төҙөлөш тармағы киң үҫешкән төбәк булараҡ танылған. Республикала Социалистик...

7 августа 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020