Изге тыуған көн

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында “Изге тыуған көн” тип аталған хәйриә сараһы ойошторолдо. Тамашала ҡыш көнө тыуған көндәрен билдәләгән балалар йыйылды. Камила Өфө ҡалаһының 9-сы балалар йортонда тәрбиәләнә. Әле ул 4-се синыфта уҡый. Уның тыуған көнө ҡырпаҡ ҡар яуған ҡыш айында, көтөп алған мөғжизәле байрам, хыялдар тормошҡа аша торған көн, ти ҡыҙ. Алан да ҡыш көнө тыуған. Өләсәй ҡурсауында ғына тәрбиәләнгән малай спорт менән шөғөлләнә, мәктәптә яҡшы билдәләргә уҡый. Ә бына уның хыялы бөтөнләй айырыла, иң яҡын кешеһен көтә ул.  Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында ҡыш көнө тыуған көндәрен билдәләгән 100 бала йыйылды. Улар Өфө ҡалаһының балалар йорто, приют тәрбиәләнеүселәре, мөмкинлектәре сикләнгән, аҙ тәъмин ителгән ғаиләләрҙән. Театр артистары балалар өсөн сағыу тамаша күрһәтте, ҡурсаҡтарҙың төрҙәре хаҡында бәйән итте. Балаларҙың күптәре ҡурсаҡтарҙың мөғжизәле донъяһы менән беренсе тапҡыр таныша. Ҡурсаҡ театры кескәй тамашасылары өсөн тағы ла ҙур бүләк әҙерләй. Балалар өсөн киләсәктә яңы студиялар асыласаҡ, яңы тамаша залын төҙөү иһә репертуарҙы тағы ла байытасаҡ, йәнә ҡурсаҡтарҙың айырым ҙур бүлмәһе буласаҡ, тип көтөлә. 40 йыл дауамында эшләгән  театр бинаһында ҙур үҙгәрештәр көтөлә. Театрҙы төҙөкләндереү һәм 4 ҡатлы төкәтмә эшләү өсөн Федераль һәм республика бюджетынан аҡса бүленә. 2024 йылдарҙа тамашасылар заманса яңы ҡурсаҡ театрында әкиәттәр ҡараясаҡ.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Сарала уҡытыусылар, колледж директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты. “Мәғариф эштәре” журналы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тәүге баҫмаһы. Ул ғәрәп телендә 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында  донъя күргән. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм замана талаптарына ярашлы...

5 часов 25 минут назад
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе

,,Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе,, республика конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡала. Ойоштороусылар конкурсҡа мөмкин тиклем күберәк  иғтибар йәлеп итергә, ҡатнашыусыларҙың һанын артырырға, уларҙың баһаһын күтәреп халыҡ араһына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошо йәһәттән Рәсәй ДОСАФФ ойошмаһының...

5 часов 29 минут назад
Смотреть видео Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды

Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының...

5 часов 33 минуты назад
Смотреть видео Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа? | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?

Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты...

5 часов 35 минут назад
Смотреть видео Башҡортостан Хөкүмәтендә етди үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Хөкүмәтендә етди үҙгәрештәр

Улар менән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров таныштырҙы. Талаптар көсөйтелә, тине Радий Фәрит улы. Төҙөлөштә, йәмәғәт транспортында етди тәртип урынлаштырыу башлана. Оператив кәңәшмә министрҙар кабинетындағы кадрҙарға бәйле үҙгәрештәр менән асылды. Радий Хәбиров ял көндәрен бушҡа...

5 часов 37 минут назад
Смотреть видео Башҡорт википедияһына 15 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт википедияһына 15 йыл

Ошо уңайҙан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының грек залына иң әүҙем телсе ирекмәндәр йыйылды. Бөгөнгәсә башҡорт викиирекмәндәре тарафынан интернет селтәренә 55 мең мәҡәлә әҙерләнгән. Викиирекмәндәр осрашыуы мәшһүр «Урал  көйө менән асылды. Башҡорт википедияһы хәрәкәтенең иң әүҙем...

1 марта 2021
Смотреть видео Боронғо дәүер юлдары | ГТРК «Башкортостан»

Боронғо дәүер юлдары

«Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында “Боронғо дәүер юлдары” тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Үҙенсәлекле экспозицияла таш быуаттан алып ун туғыҙынсы быуатҡа тиклемге осорҙа Башҡортостанда табылған төрлө артефакттар менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәнең нигеҙендә 2017 йылда Өфө-2...

1 марта 2021
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған

Башҡорт эҙәрмәндәре Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар тапҡан. Ул йылдарҙа меңәрләгән кеше комсомол һәм партия саҡырыуы буйынса хәрби хеҙмәткә алынған. Әммә улар тураһында мәғлүмәт бер ерҙә лә теркәлмәгән. Хәҙер инде был һалдаттарҙың исемен асыҡлау һәм мәңгеләштереү мөмкинлеге бар....

1 марта 2021
Смотреть видео Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала

Бының өсөн беркетелгән поликлиниканың регистратураһына мөрәжәғәт итеү ҙә етә. 65 йәшен тултырыусы Вера Александровна ковидҡа ҡаршы прививка яһатырға ,,доктор. Рб,, сайты аша яҙылған. Бындай ысул иң уңайлыһы, ти ханым. Сират та юҡ, шунда уҡ табипҡа эләгәһең. Прививка яһатыр өсөн айырым әҙерлек...

1 марта 2021
Смотреть видео Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала | ГТРК «Башкортостан»

Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был ҡағиҙәне рәсми нығытырға тәҡдим итте. Төбәк парламентының сираттағы ултырышында дүрт тиҫтәнән ашыу закон проекты ҡаралды. Электр ҡеүәтендәге автомобилдәргә ихтыяжды хәстәрләү маҡсатында транспорттың был төрөндә йөрөгәндәр өсөн дә түләүле парковкаларҙы...

1 марта 2021
Яндекс.Метрика