Был аҙнала абитуриенттарҙан документтар ҡабул итеү тамамлана
Ул ике этапта уҙғарыла. Тәүгеһендә вуздар бюджет урындарының 80 процентына, икенсеһендә ҡалған 20-нә абитуриенттарҙы ҡабул итергә тейеш. 27 июлдә юғары уҡыу йорттарының рәсми сайттарында һәм уларҙың мәғлүмәт стендтарында уҡырға инеүселәрҙең рейтингы урынлаштырыласаҡ. Быйыл бер яңылыҡ та бар. Абитуриенттарҙың шәхси ҡаҙаныштары уҡырға ингәндә балдарын арттырырға ярҙам итәсәк. Уҡырға инеүселәр үҙҙәренең портфолиоһын күрһәтергә тейеш. Дөйөм суммала был абитуриентҡа яҡынса ун балл өҫтәйәсәк. Йомғаҡлау иншаһы өсөн дә өҫтәмә балдар алырға мөмкин. Заман юғары белем биреү йорттарына ниндәй талаптар ҡуя, хеҙмәт баҙарында ниндәй белгестәр талап ителә. Башҡорт дәүләт университетында абитуриенттарҙан ун туғыҙ менгә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Инженер һәм тәбиғи – ғилми, гуманитар факультеттар араһында конкурс юғары. Бюджет урындарының ҡыҫҡарыуы ла күптәрҙе борсоуға һала. Шулай ҙа белемгә ынтылған йәштәрҙе был ҡурҡытмай.Быйыл республиканың төп юғары уҡыу йорто бюджет урындарына 1 мең 138, көндөҙгө бүлеккә -974, ситтән тороп уҡыу бүлегенә 164 кеше ҡабул итәсәк. Тағы ла меңгә яҡын абитуриентты Башҡорт дәүләт университетының филиалдарында көтәләр. Ҡабул итеү комиссияһында билдәләүҙәренсә, беренсе сиратта маҡсатлы йүнәлтмәһе һәм льготалары булған абитуриенттарға өҫтөнлөк бирелә.Ҡыҙғанысҡа, иҡтисади йүнәлештәрҙә бюджет урындары юҡ. Ләкин был хәл уҡырға инергә теләүселәрҙе ҡурҡытмай. Юрист, иҡтисад һөнәре әүәлгесә хеҙмәт баҙарында иң талап ителгәндәрҙән һанала.

Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә
Уны бер аҙна байрам итәләр. Һәр көндөң үҙ атамаһы бар. Дүртенсеһен халыҡ телендә “күңел асыу көнө”, тиҙәр. Тап дүшәмбе оло Масленица башлана. Элек был көндө уҡырға ла, эшләргә лә ярамаған. Күңел асып, ҡунаҡҡа йөрөп, ҡоймаҡтар менән һыйланғандар. Масленица Бөйөк Пост алдынан һуңғы аҙнала...

“Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға
Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән фильм республика һәм күрше төбәк кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк. Был турала фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Республиканың төрлө райондарында төшөрөлгән картина тамашасыны үҙенсәлекле сценарийы...

Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула?
Ҡаланың Черниковка биҫтәһендә балалар майҙансығы урынында күп ҡатлы йорт төҙөлә башлаған. Урындағы халыҡ төҙөүсе компанияны йорт янындағы ерҙәре баҫып алыуҙа ғәйепләй. Был хәл буйынса ҡала прокуратыраһы тикшереү башлаған. Өфөнөң Конституция 5 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәргә...

Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк
Өфө урамдары буйлап ҡиммәтле автомобилдәрҙә ҡыуырға яратҡан Артур Ғәзизовҡа ҡарата суд ултырышы башланды. Уҙған йылдың ноябрендә 25 йәшлек ир инспекторҙы бәрҙереп, автомобиль капотында йөрөттө. Ҡасып китеп юл аша сығып барған ҡатынды һәм балаһын төкөтә яҙа. Хәҙер ошо ваҡиға буйынса суд бара....

Юл киҫелешендә эш ҡайнай
Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге транспорт хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола. Светофорҙарҙың эшләү режимы урындағы хәлгә ҡарап көйләнә. Төҙөлөш эштәре лә юл үткәүеле тирәләй план буйынса бара. Объектта эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Салауат Юлаев...

Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк
2021 йылдың 9 майында Башҡортостанда күләмле байрам саралары көтөлә. Радий Хәбиров Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Байрамға әҙерлек һәм уны үткәреү планына ярашлы, 7 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тантаналы концерт, 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр...

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Сарала уҡытыусылар, колледж директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты. “Мәғариф эштәре” журналы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тәүге баҫмаһы. Ул ғәрәп телендә 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында донъя күргән. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм замана талаптарына ярашлы...

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе
,,Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе,, республика конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡала. Ойоштороусылар конкурсҡа мөмкин тиклем күберәк иғтибар йәлеп итергә, ҡатнашыусыларҙың һанын артырырға, уларҙың баһаһын күтәреп халыҡ араһына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошо йәһәттән Рәсәй ДОСАФФ ойошмаһының...

Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды
Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының...

Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?
Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты...