Беренсе республика

9 миллион һумлыҡ фильм прокатҡа сыға. Беҙҙең ижади төркөм уның нисек төшөрөлөүен, ҡорау эштәренең барышын баштан уҡ күҙәтеп барҙы һәм беренселәрҙән булып әҙер фильмды күрҙе. Булат Йосопов һәм уның командаһы күптән көтөлгән  «Беренсе республика»  фильмын матбуғат хеҙмәткәрҙәре, тарихсылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре хөкөмөнә сығарҙы. Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Ғөбәй Дәүләтшин, Вәлиулла  Мортазин, Мәкәрим Мәһәҙиев, Ғабдулла Амантай, Дауыт Юлтый… Атырға! 1938 йыл 10 июль.  Башҡорт  Автономиялы Республикаһын төрлө яҡлап күтәргән алдынғы шәхестәргә һуңғы хөкөм һүҙҙәре яңғырай. Күтәренке рухта, яҡшы киләсәккә өмөттәр менән янып йәшәгән йәш лидерҙар бөтә республиканың халҡын алға әйҙәй. Төбәктең сәнғәте, мәҙәниәте, әҙәбиәте, журналистикаһы йылдам үҫкән осорҙағы рухлы шәхестәребеҙҙең тормошон дөрөҫ итеп күрһәтеү өсөн бер нисә йыл эҙләнеү эштәре бара.  Документтарҙы өйрәнеү һәм тарихи ваҡиғаларҙы бер сценарийға туплау өсөн  алты йыл ваҡыт киткән. Тамашасыларҙы бик күп асыштар көтә.  Актерҙар ҙа образын табыу өсөн  геройҙарының биографияһы менән ныҡлап танышҡан. Тамашасылар бер тауыштан актерҙарҙың уңышлы һайланыуын билдәләне. Уларҙың ҡайһы берҙәре «Бабич» фильмында ла уйнағайны. Илдең һәм Башҡортостан тарихының  иң көсөргәнешле һәм болғансыҡ  осоро — 20 быуаттың 20-50-се йылдарында  ир-егеттәрҙең аяныслы яҙмышы  менән бер рәттән  ҡатын-ҡыҙҙар образдары ла  кинокартинанан ситтә ҡалмаған. Баҫым көслө, әммә улар яҡындарын һатмай, уларҙың ғәйепһеҙ булыуына ышана. Артабан төрмә, һөргөн… Башҡорт драма театрының легендар актрисаһы Зәйтүнә Бикбулатова, бөйөк  әҙибә Һәҙиә Дәүләтшиналарҙың , репрессияға эләккән шәхестәрҙең ҡатындары һәм балаларының   яҙмышын  тамашасылар  күҙ йәштәре аша күҙәтә. Финал. Тиҫтәләгән алдынғы ирҙәрҙән тик  журналист Ҡасим Аҙнабаев ҡына иҫән ҡала. Ир-егеттәрҙе лә хатта тыныс ҡалдыра алмаҫлыҡ «Беренсе республика» фильмын беренселәрҙән булып Һуңғы кадрҙарҙағы бәләкәс кенә ҡыҙ — Ҡасим Аҙнабаевтың ҡыҙы һәм ейәнсәре күрергә килгән. Яңы Рәсәйҙең составына беренсе булып ингән Башҡортостан Республикаһы һәм уның шәхестәре тураһындағы башҡорт фильмының премьераһы 16 мартҡа тәғәйенләнде.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Салауат вариҫтары еңелеү белмәй | ГТРК «Башкортостан»

Салауат вариҫтары еңелеү белмәй

Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Ватан һаҡсылары көнө уңайынан “Салауат вариҫтары еңелеү белмәй” спектакле күрһәтелде. Ул совет хәрби етәксеһе, 112-се Башҡорт кавалерия девизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тормош юлына арналған. Генерал Шайморатов иҫтәлеген мәңгеләштереү...

25 февраля 2021
Смотреть видео Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл

Ошо уңайҙан Башҡортостандың милли архивында легендар комбриг, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Экспозиция республиканың Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивында һаҡланған Муса Мортазиндың шәхси фондындағы документтарынан әҙерләнгән. Экспозицияла 1927 йылда донъя күргән “...

25 февраля 2021
Смотреть видео Башлыҡ маҡсаттар билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Башлыҡ маҡсаттар билдәләй

Өфө ҡала советы депутаттары башланып торған йылға яңы маҡсаттар билдәләне. Ҡала халҡы йәшәйешен яҡшыртыу, төҙөлөш һәм юл ремонтлау эштәрен әүҙемләштереү-уларҙың араһында иң төптәре бына шулар.  Ни өсөн йәштәр Өфөнән ситкә китә? Был һорау сәйәсмәндәҙе генә түгел, ҡала советы депутаттарын да...

25 февраля 2021
Смотреть видео Бер юлы дүрт урында эшләргә мәжбүр | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы дүрт урында эшләргә мәжбүр

Өфөлә йәшәүсе ханым закон буйынса тейешле торлаҡты  бер-нисә йыл рәттән ала алмай интегә. Инвалид бала тәрбиәләгән ҡатын Өфө хәкимиәтендә яҡлау тапмағас, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Роза Сәйетғәлиева   күҙ йәшен йәшерә алмай.  Ҡатын  11 йәшлек сирле...

25 февраля 2021
Смотреть видео Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты

Экстрим яратыусыларҙы 30 градуслыҡ сатлама һыуыҡтар ҙа, буран да ҡурҡытмай. Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты. Автоһәүәҫкәрҙәр сығышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Был юлы ветеран УАЗ-ға ҡар аҫтындағы тыныс йоҡоһонан сығыу форсаты тәтемәй. Заманында бөтә республиканы арҡырыһын...

25 февраля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар ҡотора | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар ҡотора

Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һауа температураһы айырым райондарҙа 40 градусҡаса төшкән. Бындай һыуыҡтар 27-се февралгә тиклем һаҡланыр, тип көтөлә. Ошондай шарттарҙа юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Һауа торошон күҙаллаған төрлө агентлыҡтарға ышанғанда...

25 февраля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда телдәр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда телдәр

Мәҙәниәт һәм мәғариф министрлыҡтары «Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы» менән берлектә туған телдәр көнө алдынан «Башҡортостанда телдәр: уларҙың торошо һәм үҫтереү юлдары” тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Онлайн һәм офлайн режимда күп милләтле республикабыҙҙа туған телдәрҙе уҡытыу, уларҙы...

19 февраля 2021
Смотреть видео Тәмле лә, файҙалы ла | ГТРК «Башкортостан»

Тәмле лә, файҙалы ла

Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Константин Толкачев сығыш яһаған. Ә бына Баҡалыла аутсорсинг нигеҙендәге туҡланыуҙан баш тартҡандар. Райондағы бөтә мәктәп һәм мәктәпкәсә белем учреждениелары...

19 февраля 2021
Смотреть видео Өфөлә Шайморатов уйындары үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Шайморатов уйындары үтте

Ярыштарҙа башҡаланың полилингваль мәктәптәре менән Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернат уҡыусылары ҡатнашты. Тап ошо белем биреү учреждениеларында быйылғы уҡыу йылында шайморатов кластары асылғайны. Был мәктәптәрҙә шулай уҡ легендар комдив иҫтәлегенә арналған музей-кабинеттар ҡоролдо....

19 февраля 2021
Смотреть видео Башҡортостан прокуратураһы 2020 йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан прокуратураһы 2020 йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә талап ителгән медицина хеҙмәте күрһәтеүгә ҡамасаулаған етди тәртип боҙоуҙар асыҡланған һәм һәр осраҡ прокуратура иғтибарына алынып тейешле саралар күрелгән. Башҡортостан прокуратураһы 2020 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Республика прокуратураһының коллегия ултырышында...

19 февраля 2021
Яндекс.Метрика