Ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй сәскәләр бүләк итергә?

Сәскә бүләк итеү – мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе. Бер байрам да, бер тантана ла сәскәһеҙ үтмәй. Бигерәк тә, 8 март алдынан гөлләмәләргә һорау арта. Ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй сәскәләр бүләк итергә? Ләлә сәскәләре айырым тәрбиә талап итә, уларҙы үҫтереү өсөн дөрөҫ алымдар ҡулланыу мөһим, ғөмүмән, сәскәләр тирәләй бал ҡортондай өйрөлөргә кәрәк, ти Камила. Бәләкәйҙән күреп үҫкән кәсептең бар серҙәренә төшөнгән ул. Ләлә сәскәләрен башлыса 8 март байрамы алдынан күмәртәләп алалалар. Бер миҙгелдә 20 меңдән ашыу сәскә һатыла. Ләлә сәскәләрен яҙ байрамына өлгөртөр өсөн көҙҙән үк ултырта башлайҙар. Уларҙың төрҙәре бихисап.быйыл айырыуса күк төҫтәге ләләләргә һорау күп. Күк төҫ — ихтирам һәм хөрмәт билдәһе. Аҡ иһә наҙлылыҡ, ҡыҙыл — дәртле мөхәббәт, һары — шатлыҡ, ләззәт, һарғылт ҡыҙыл — яҡшы кәйеф, ныҡлы сәләмәтлек теләүҙе аңлата. Сәсәкле йә иһә ябай тажлы ләлә сәкәләрен һайлау — һәр кемдең үҙ ҡарамағында. 8 март байрамына ҡыҙҙарға күпселек ләлә сәскәләрен бүләк итһәләр, ир-егеттәр хәләл ефеттәренә ҙур гөлләмәләр һайлай. Әлбиттә, гөлләмәләрҙең хаҡтары ла төрлө. Флористар теләгәнеңде 500 һумдан йыйып бирә. Кристина хәҙер 15 йылдан ашыу ошо өлкәлә эшләй. Тәүҙә махсус белем алыр урындар юҡ ине, үҙ аллы өйрәнергә тура килде, ти ул. Хәҙер иһә башҡалала иң оҫта флористарҙың береһе ул. 8 март байрамы алдынан заказдар күп, шуға ла сәскә кибеттәренә өҫтәмә флористарҙы саҡырырға тура килә. Гөлләмәләр артынан сират йыйыла, байрам алдынан ҡәҙимгесә сәскәләргә хаҡтар ҙа арта. Клиенттарҙы ҡәнәғәт ҡалдырыр өсөн төрлө акциялар тәҡдим ителә. Байрамға тағы ла үҙенсәлекле бүләктәрҙең береһе — фрукет йәки емеш-еләктән гөлләмә. Тәмлекәстәрҙән, төрлө йәшелсәнән, емеш-еләктән гөлләмә заказ буйынса эшләнә. Интернет селтәрендә был шөғөлдө үҙ итеүселәр һаны киң таралған булһа ла, байрам алдынан уларға ла ҙур сират. Емеш-еләкте ҡапсыҡҡа һалып алғансы, уны матур итеп биҙәп бирһәң, байрам кәйефе лә арта, иҫтә лә ҡала.  

 

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә

Уны бер аҙна байрам итәләр. Һәр көндөң үҙ атамаһы бар.  Дүртенсеһен халыҡ телендә “күңел асыу көнө”, тиҙәр. Тап дүшәмбе оло Масленица башлана. Элек был көндө уҡырға ла, эшләргә лә ярамаған. Күңел асып, ҡунаҡҡа йөрөп, ҡоймаҡтар менән һыйланғандар. Масленица Бөйөк Пост алдынан һуңғы аҙнала...

4 марта 2021
Смотреть видео “Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға | ГТРК «Башкортостан»

“Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән фильм республика һәм күрше төбәк кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк. Был турала фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Республиканың төрлө райондарында төшөрөлгән картина тамашасыны үҙенсәлекле сценарийы...

4 марта 2021
Смотреть видео Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула?

Ҡаланың Черниковка биҫтәһендә балалар майҙансығы урынында күп ҡатлы йорт төҙөлә башлаған. Урындағы халыҡ төҙөүсе компанияны йорт янындағы ерҙәре баҫып алыуҙа ғәйепләй. Был хәл буйынса ҡала прокуратыраһы тикшереү  башлаған. Өфөнөң Конституция 5 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәргә...

4 марта 2021
Смотреть видео Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк

Өфө урамдары буйлап ҡиммәтле автомобилдәрҙә ҡыуырға яратҡан Артур Ғәзизовҡа ҡарата суд ултырышы башланды. Уҙған йылдың ноябрендә 25 йәшлек ир инспекторҙы бәрҙереп, автомобиль капотында йөрөттө. Ҡасып китеп юл аша сығып барған ҡатынды һәм балаһын төкөтә яҙа. Хәҙер ошо ваҡиға буйынса суд бара....

4 марта 2021
Смотреть видео Юл киҫелешендә эш ҡайнай | ГТРК «Башкортостан»

Юл киҫелешендә эш ҡайнай

Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге транспорт хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола. Светофорҙарҙың эшләү режимы  урындағы хәлгә ҡарап көйләнә. Төҙөлөш эштәре лә юл үткәүеле тирәләй  план буйынса бара. Объектта эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Салауат Юлаев...

4 марта 2021
Смотреть видео Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк

2021 йылдың 9 майында Башҡортостанда күләмле байрам саралары көтөлә. Радий Хәбиров Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.  Байрамға әҙерлек һәм уны үткәреү планына ярашлы, 7 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тантаналы концерт, 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр...

4 марта 2021
Смотреть видео "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Сарала уҡытыусылар, колледж директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты. “Мәғариф эштәре” журналы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тәүге баҫмаһы. Ул ғәрәп телендә 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында  донъя күргән. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм замана талаптарына ярашлы...

3 марта 2021
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе

,,Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе,, республика конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡала. Ойоштороусылар конкурсҡа мөмкин тиклем күберәк  иғтибар йәлеп итергә, ҡатнашыусыларҙың һанын артырырға, уларҙың баһаһын күтәреп халыҡ араһына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошо йәһәттән Рәсәй ДОСАФФ ойошмаһының...

3 марта 2021
Смотреть видео Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды

Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының...

3 марта 2021
Смотреть видео Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа? | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?

Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты...

3 марта 2021
Яндекс.Метрика