Экологик яҡтан таҙа һәм ҡулланыуҙа ла арзан

Өфөлә бер юлы автобусҡа ла, троллейбусҡа ла әйләнә алған йәмәғәт транспорты етештерәләр. Электр сымдарына тоташмай, автоном рәүештә ул 50 километр юл үтә ала. Яғыулыҡ ҡулланмағас, һауаны зарарлы газдар менән бысратмай, бензин өсөн дә аҡса сарыф итергә кәрәкмәй. Оҙаҡламай бындай электробустар Ҡырымға юллана. Бер тауышһыҙ тиерлек йөрөгән транспорт тәү ҡарауға автобус һымаҡ күренә, әммә ентекләберәк күҙ һалһаң, өҫтөндәге штангаларҙы абайларға мөмкин. Тик улар электр сымдарына әле тоташтырылмаған. Тимәк, был транспорт токһыҙ ҙа йөрөй ала. Өфө трамвай-троллейбус заводы етештергән өр-яңы транспорт трамвайға ла, автобусҡа ла әйләнә ала. Электробустың өҫтөндәге аккумуляторҙар электр сымдарына штангалары тоташып йөрөгәндә заряд йыя. Аҙаҡ ысҡындырғас, ошо батареялар ярҙамында тағы ла 50 километр юл үтә ала. Электробустың эсе лә иркен, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә уңайлы, яңы йылытыу системаһы, автоматик елләтеү люктары ла ҡуйылған.Пассажирҙарҙан тыш, водитель өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Уның хатта ултырғысы ла автоматик рәүештә көйләнә.Троллейбуста физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ярҙам кәрәккәндә водителде саҡырта торған төймә лә бар. Ә был йәшел төймәгә баҫып ишекте тыштан автоматик рәүештә астырырға мөмкин. Пассажирҙар өсөн тағы ла бер уңайлыҡ. Юлда телефондың акуммуляторы ултырһа, usb кабель ярҙамында батареяны зарядландырып була. Бындай транспорттың хаҡы 12 миллион тирәһе. Был башҡа етештереүселәрҙекенән өс тапҡырға арзаныраҡ. Шуға өфөлөләрҙекенә  һорау күп. Яңы ғына Татарстандың Әлмәт ҡалаһы ошондай 10 троллейбус һатып алған. Апрель айында автоном троллейбустар Ҡырымға һынау үтергә юлланасаҡ. Ҡала хакимиәте заказ бирһә, Өфө халҡы ла ошондай заманса электробустарҙа йөрөп ҡыуаныр ине.

Подпишитесь на наш Telegram-канал