Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

Рәсәй оборона министрлығы сәхифәһендә Рәсәйҙең Су-27 самолетының Американың РС-135 самолетын ҡыуып етеп илебеҙҙең сигенән ҡыуып сығарыуы тураһындағы видео барлыҡҡа килде. Был хәл Балтик диңгеҙе өҫтөндә теркәлә. Ҡушма Штаттарҙың самолет-разведчигы тиҙ арала сик буйын сығып өлгөргән тип хәбәр ителә.

Венесуэла президенты Николас Мадуро илдә тотороҡлолоҡто ҡаҡшатҡан “аҡылдан яҙған аҙсылыҡты” еңергә вәғәҙә биргән. Уго Чавестың  һәләк булыуының алты йыллығын билдәләгәндә сығыш яһап ул оппозиция яҡлыларҙы ул шулай тип атаған. Мадуро үҙе яҡлыларҙы урамға сығып империалистарға ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырған.

Рязань өлкәһендә полиция хеҙмәткәрҙәре ялған аҡса эшләүсене ҡулға алған. Мәскәү өлкәһендә йәшәүсе ирҙең ҡуртымға алған фатирында 2 мең һумлыҡ 1 мең 250 купюра табылған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Женевалағы автосалонда айырым ширҡәттәр киләһе йылдан ҡатнашмаҫҡа уйлай. Шуға ла быйылғыһы традицион форматта үткән һуңғы күргәҙмә. Унда меңдән ашыу яңы автомобиль менән танышырға мөмкин. Тиҙҙән улар Европа, Америка, Рәсәй юлдарына сығасағ. Күргәҙмә тағы ла ике аҙна эшләй.  

Подпишитесь на нас в Пульс