Башҡортостан - Рәсәй мәҙәниәтенең ынйыһы.

Тулыраҡ: Башҡортостан - Рәсәй мәҙәниәтенең ынйыһы.

Мәскәүҙең Музыка йортонда «Башҡортостанда тыуғандар» концертын ҡарарға килеүселәр алдында сығыш яһап Республика етәксеһе Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Республиканың 100 йыллығына арналған был сарала билдәле артистар һәм сәнғәт оҫталары сығыш яһаны. Башҡортостан үҙенең 100 йыллығын иң юғары кимәлдә билдәләй. Мәскәүҙәге халыҡ-ара Музыка йортонда был кистә Башҡортостан, унда йәшәгән халыҡтар мәҙәниәте менән танышырға мөмкин ине. Мәҫәлән, башҡорт халыҡ бейеүҙәре. Уны башҡарыусы ҡыҙҙар мотлаҡ оҙон күлдәктә булып, сәстәренә төрлө биҙәүестәр тағырға тейеш. Иң мөһиме – бейеүсе ҡыҙҙарҙың эске тыйнаҡлығы. Башҡортостан исеме мотлаҡ башҡорт ҡурайына бәйле. Билдәле музыкант, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев әйтеүенсә, тап милли музыка ҡоралы аша яңғыраған моңда ел тауышын да, ер һулышын да ишетергә мөмкин. Икенсенән иһә, ҡурай үҙ тауышы менән кешеләрҙе лә дауалай.Тап Мәскәҙә, илдең баш ҡалаһының төп залдарының береһе – Халыҡ – ара “Музыка йортонда” билдәле дирижер Владимир Спиваков етәкселегендәге филармония оркестры ла сығыш яһаны. Донъяға танылыу яулаған йырсылар – бер туған Асҡар һәм Илдар Абдразвҡовтар әйтеүенсә, башҡорт халҡы йырлы һәм моңло халыҡ. Юбилей программаһында “Рәсәйҙең алтын кларнеты”, Мәскәү өлкә филармонияһы солисы Артур Нәзиуллин, йәш музыкант һәм композитор, пианистарҙың икенсе Мәскәү халыҡ-ара конкурсында Гран-при яулаусы Тимофей Владимиров, Башҡорт Дәүләт опера һәм балет театры йырсыһы, “Алтын битлек” премияһы лауреаты Диләра Иҙрисова сығыш яһаны.