Ишембай районында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү бәйгеһе үтте

Маҡар мәҙәниәт йортонда дин әһелдәре, уҡыусылар йыйылды.

Сәхнәлә балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр, мәктәп уҡыусылары, Кинйәбулат, Ишәй, Көҙән, Смаҡай , Ҡолғона, Әрмет, Иҫәкәй — бөтәһе 11 ауылдан килгән ағинәйҙәр “Урал батыр” эпосынан 10 юлдан алып 800 юлға тиклем өҙөктәр һөйләп, сәхнәләштереп күрһәтте. Шулай уҡ мөнәжәт әйтеүселәр, ҡурай, ҡумбыҙ кеүек милли музыка ҡоралдарында уйнап күрһәтеүселәр ҙә булды. Сара аҙағында балалар өсөн ҡар өҫтөндә бура һуғыу, уҡ атыу, көрәш уйындары үткәрелде. 

Подпишитесь на наш Telegram-канал