Етегән - ғаилә, мәхәббәт һәм тоғролоҡ символы

Стәрлетамаҡ «Етегән — ғаилә, мәхәббәт һәм тоғролоҡ символы»  тип аталған Республика йәштәр байрамында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте. Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт, татар китапханаһында Театр йылына һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған әҙәби кафела осрашты ҡунаҡтар. Ғаилә байрамының түрендә, әлбиттә, оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәгән парҙар. Собханғоловтар һәм Юлтаевтар был йәһәттән бик күптәргә өлгө. Байрамға “Етегән-2019” республика бәйгеһе еңеүселәре лә саҡырылды. Улар бәйгенең 7 йүнәлеше буйынса көс һынашырға үткән йылдың декабрендә әҙерләнә башлағайны. 218 ҡатнашыусының 21-ен еңеүсе булараҡ тәбрикләнеләр. Улар араһында сит төбәктәрҙән килеүселәр ҙә булды. Һәр номинацияла 3 еңеүсе билдәләнде. Башҡорт телендә мөхәббәт шиғырын иң яҡшы һөйләүсе номинацияһында Баймаҡ ҡалаһынан Рәшиҙә һәм  Азамат Иҙелбаевтар беренселеккә сыҡты. Ә һөйөү йырын йырлағанда Нефтекаманан Розалия һәм Азат Ҡарасуриндарға етеүсе булманы. Башҡорт телендә мөхәббәт тураһында иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильмды Стәрлетамаҡтан Рәфис Ҡуйбағаров һәм Алина Сәлихова төшөргән. Парлы бейеү, башҡорт телендә открыткалар, башҡорт көйәренә флешмобтар, ғаилә фотолары номинацияларында ла ҡатнашыуыслар ҙур әүҙемлек күрһәтте һәм ул йүнәлештәрҙә лә еңеүселәр билдәләнде. Ғаилә ҡиммәттәренә арналған акция ололарҙы ла, студенттарҙы, эшләп йөрөүсе йәштәрҙе һәм балаларҙы ла йыйҙы.

Подпишитесь на нас в Пульс