Рух асылы халыҡ хәтерендә

Ғаилә бәхетенең асылы – мөхәббәттә, тоғролоҡта, бер-береңде аңлап, тырышып йәшәүҙә, ә рух асылы ниҙә? Стәрлеләрҙең был һорауға ла яуабы бар. Улар  рухтың  асылы халыҡ хәтерендә ти: ҡобайырҙарҙа, йырҙарҙа, халыҡ уйындарында, бейеүҙәрҙә.

Ауыҙ – тел ижадының был бөтә жанрҙары ла Башҡортостандың 100 йыллығына арнап әҙерләнгән театраль тамашала сағылыш тапты. Тамаша сценарийының авторы һәм ҡуйыусы  режиссеры  Розалиә Солтангәрәева ҡобайырға нигеҙләнеп ҡуйҙы уны.Проектта Ашҡаҙар этрада- фольклор төркөмөнөң бөтә артистары ла ҡатнашты һәм милләттәштәренә, тыуған иленә, еренә мөхәббәте тураһында  һөйләне. Тамашаны сағыу декорация һәм милли кейемдәр биҙәне. Әйткәндәй, костюмдарҙы Рух асылы театрлаштырылған тамашаһы өсөн махсус тектергәндәр.

Подпишитесь на наш Telegram-канал