Башҡортостанда ҡапыл һыуытасаҡ

 Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, алдағы көндәрҙә төбәктә йылы һәм ямғырлы һауа торошо өҫтөнлөк итә, төнгө сәғәттәрҙә һалҡынайтыу сәбәпле юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ошондай һауа шарттарында автомобилселәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш ителә, йәйәүлеләргә лә йәрәхәтләнеүҙән һаҡланыу өсөн иғтибарлы булырға кәрәк. Иртәгә һауа температураһы төндә 7, көндөҙ 2 градус һалҡын. Аҙна аҙағына төндә 11 градусҡа тиклем һалҡын булыуы фаразлана.

Подпишитесь на нас в Пульс