Лицензияһыҙ ҡалған Роскомснаббанктың бурысы күпме?

Лицензияһыҙ ҡалған Роскомснаббанктың физик берәмектәргә – 18 миллиард һум, шәхси эшҡыуарҙарға һәм ойошмаларға 4 миллиард һум бурысы бар. Был хаҡта Республиканың Милли банкы рәйесе Марат Кашапов белдерҙе. Аҡсаларҙы нисек кире ҡайтарырға?  Роскомснаббанктың баш офисының ишектәре икенсе көн ябылмай тиерлек. Байрам алдынан килеп тыуған хәл бигерәк тә пенсияларын ошо банк аша алған оло йәштәгеләрҙе борсоуға һала. Банк вкладттарҙы страховкалау системаһында ҡатнаша. Шуға ла, закон нигеҙендә, 1 млн 400 мең һумға тиклем аҡсаны ҡайтарырға мөмкин. Был хоҡуҡ тәү сиратта, физик шәхестәргә һәм эшҡыуарҙарға бирелә. Вкладтарҙы страховкалау агентлығы аҡсаны ҡайтарыу өсөн 14 мартҡа тиклем банк – агенттарҙы билдәләй.Түләүҙәр 21-се марттан да һуңға ҡалмайынса башланырға тейеш. Банктың физик берәмектәр алдындағы бурысының күп өлөшө тап страховка суммаһына тура килә. Физик шәхестәр банкка бер ниндәй сикләүһеҙ инә алһа, юридик шәхестәргә сиратта торорға тура килә.Банктың баш офисы мөрәжәғәт итеүсе халыҡты берәмләп кенә ҡабул итә, ә ишектә иһә лицензияның тартып алыныуы тураһында иғлан эленеп тора.

Читайте нас в Яндекс.Дзен