Роскомснаббанктағы хәлде Республика етәксеһе күҙәтеңгә алырға ҡушты

Банктағы хәл Республика етәксеһе Радий Хәбировтың да иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалманы. Лицензияны тартып алыу торлаҡ төҙөлөшөндә сағылыш тапмаясаҡ.  Был хаҡта төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Унда шулай уҡ  яҙғы ташҡынға әҙерлек тә тикшерелде. Быйыл ул көслө булмаясаҡ. Әммә Урал аръяғы райондарында ҡарҙа һыу запасы бик күп. Шуға ла айырым ауылдар һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Башҡортостан “Росскомснаббанк” банкының  лицензияһы тартып алыныу сәбәпле, алданған иғәнәселәргә ярҙам итергә тейеш. Республика етәксеһе Радий Хәбиров был  мәсьәләне айырым күҙәтеүгә алырға саҡырҙы. Оператив кәңәшмәлә республиканың көндәлек тормошондағы иң мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Яҙғы ташҡынға әҙерлек, ҙур һыуҙы имен үткәреү, райондарҙа ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау бөгөн төп бурыстар булып тора. Республиканың иң ҙур йылғаларында боҙ тығындарын шартлатыу өсөн бер-нисә бригада эшләйәсәк. Ҙур һыу тәү сиратта Сибай менән республиканың Урал аръяғы райондары өсөн хәүефле.  Тап ошо төбәктә ҡарҙағы һыу запасы тейешле норманан  176 процентҡа күберәк. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, халыҡ именлеге беренсе урында булырға тейеш. Республикала быуалар һәм һыуһаҡлағыстарҙың дөйөм һаны 300-гә яҡын булыуын иҫәпләгәндә, махсус хеҙмәттәр алдында айырым бурыс ҡуйылған. Тағы ла шуныһы, әле Башҡортостандағы ошондай 61 ҡоролманың хужаһы юҡ. Тимәк, ошондай һыу ятҡылыҡтары айырыуса хәүефле. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостанда яҙғы ташҡынға әҙерлек көнүҙәк булып ҡала. Сираттағы мәғлүмәттәр иһә марттың 25-нә тулыһынса әҙер булырға тейеш. Башҡортостанда шулай уҡ күсемһеҙ милек обьекттарын иҫәпкә алыу ҙа айырым иғтибарҙа булырға тейеш. Иң мөһиме кадастр теркәүе федераль мәғлүмәт- адрес системаһына ярашлы алып барыла.  Мөлкәтте иҫәпкә алыу ҡаҙнаға ла өҫтәмә табыш килтерә. Тик был йәһәттән күп кенә райондарҙа эштәр тейешенсә башҡарылмай.Башҡортостан юлдарында хәлдәр ҙә үҙгәрергә тейеш. Республика етәксеһе соҡорҙарҙы ямау, ремонт эштәренә етди иғтибар бирергә саҡыра. Тәүге аҙым, ошо йәһәттән махсус карталар булдырыу ҡарала. Шул уҡ ваҡытта ошондай соҡорҙарҙы ремонтлау машинаһы ла талап  ителә.  Радий Хәбиров әйтеүенсә, киләһе дүшәмбелә Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары хакимәттәре башлыҡтары махсус доклад яһарға тейеш. Радий Хәбиров республика вдемостволарындағы үҙгәрештәр тураһында ла әйтте. Башҡортостандың Сауҙа Сәнәғәт палатаһы эше өсөн хәҙер Тимур Хәкимов яуаплы, туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет менән ваҡытлыса Римма Бойцова рәйеслек итәсәк.   Тағы ла шуныһы. Был аҙнала Башҡортостан алдында йәнә бер һынау тора. Мәскәүҙә, Федерация Советында “Башҡортостан көндәре” үткәрелә. Ә егерме өсөнсө мартта иһә Өфөлә Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арналған тантаналы ултырыш буласаҡ. Тап ошо көндә Республика үҙенең бер быуатлыҡ тарих китабының яңы битен аса.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте