Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Бөгөн Киев дәүләт бурысының бер өлөшөн-120 миллион доллар түләргә тейеш. Кире осраҡта илде техник дефолт көтә, тип хәбәр итә мәғлүмәт агентлыҡтары. Әле украинаның дәүләт бурысы 70 миллиард долларҙан ашыу.
Сүриә менән Төркиә араһындағы мөнәсәбәттәр ҡатмарлаша.  Бөгөн сик буйында төркиәнең полиция хеҙмәткәре үлтерелгән. 4 төрөк яраланған. Ошо сәбәпле Анкара көньяҡ-көнсығышҡа хәрби самолеттарын осорған. 
Ғалимдар йыһанда ергә оҡшаш планета тапҡан. Уға Кеплер тигән исем бирелгән. Ерҙән ул 1 мең 400 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. 
Францияла фермерҙар ҡаршылыҡ акцияһы үткәрә. Супермаркеттар, юлдар ябылған. Күрелгән зыян миллиондарса евро менән иҫәнләнә. Ил етәкселеге 600 миллион евролыҡ дәүләт субсидияһы һәм банктарҙан алынған кредиттарға гарантиялар бирергә вәғәҙә иткән. Фермерҙар шулай уҡ ер һалымынан азат ителәсәк. Килемгә һалым түләү ҙә кисектереп тороласаҡ.

 

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Республикала Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 73 йыллығы киң билдәләнәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Республикала Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 73 йыллығы киң билдәләнәсәк

8 май “Башҡортостан” дәүләт концер залында байрам концерты күрһәтеләсәк. Еңеү көнөндә Еңеү паркындағы мемориаль комплексҡа сәскәләр һалынасаҡ. Байрам алдынан бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына байрам открыткалары төрлө сараларҙа ҡатаншыу өсөн саҡырыу ҡағыҙҙары тапшырыласаҡ. Район һәм ҡала...

25 апреля 2018
Смотреть видео Мәктәптәрҙә законһыҙ аҡса йыйыуҙың 170 осрағы асыҡланған | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә законһыҙ аҡса йыйыуҙың 170 осрағы асыҡланған

Ришүәтселектә ғәйепләнеүсе 1 мең ярым чиновник яуаплылыҡҡа тарттырыған. Был хаҡта бөгөн парламент ултырышында Республика прокуроры Андрей Назаров белдерҙе. Хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға.

25 апреля 2018
Смотреть видео Өфөлә нефть цистернаһы водителе алты тонна нефть урлауҙа ғәйепләнә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә нефть цистернаһы водителе алты тонна нефть урлауҙа ғәйепләнә

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул цистернаға нефть тултырып етештереү базаһынан сығып киткән. Водитель үҙ ғәйебен таныған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Урланған нефть хаҡы сама менән 100 мең һум.

25 апреля 2018
Смотреть видео Йәнә ҡиммәтләнде | ГТРК «Башкортостан»

Йәнә ҡиммәтләнде

Өфөлә «Башнефть» компанияһының автозаправкаларында бензин һәм дизель яғыулығы йәнә ҡиммәтләнде. Хәҙер дизель яғыулығының литры 40,90 һум, 92 маркалы бензин– 37 һум 90 тин, 95-сеһе-  40 һум 60 тин тора. Быға тиклем «Лукойл» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында ла бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтар...

25 апреля 2018
Уколдан ҡурҡҡан ир-уҙаман | ГТРК «Башкортостан»

Уколдан ҡурҡҡан ир-уҙаман

Был хәл әлеге лә баяғы шул Ҡытайҙа булған.  Дауаханала ятҡан ир укол яһаттырмағас, табиптар уның ҡатынын саҡырта. Ҡатын-ҡыҙҙар алдында ҡурҡаҡ хатта ҡысҡырып илай башлай.

24 апреля 2018
Дауалау сифаты өсөн табип шәхсән яуап бирергә тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Дауалау сифаты өсөн табип шәхсән яуап бирергә тейеш

Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең 40 проценты дауалау сифаты өсөн табип һәм  медицина учреждениеһы етәксеһе шәхсән яуап бирергә тейеш, тип иҫәпләй.  Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән социологик тикшереү йомғаҡтары шундай. Респонденттарҙың 60 проценты дәүләт медицина учреждениеларын...

24 апреля 2018
Смотреть видео Өфөнөң тарихи районында торған иҫке биналар урындағы халыҡҡа хәүеф тыуҙыра | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң тарихи районында торған иҫке биналар урындағы халыҡҡа хәүеф тыуҙыра

Күптән асарбаҡтар ояһына әйләнгән өйҙәрҙә йыш ҡына янғын сыға. Ярты быуаттан ашыу элек төҙөлгән һәм бөгөн авария хәлендә булған ағас йорттар ҡасан һүтелер? Өфөнөң тарихи үҙәгендә урынлашҡан ташландыҡ ағас йорттар күптән инде асарбаҡтар һәм эскеселәр ояһына әйләнгән. Емерек бүлмәләр ...

24 апреля 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Канаданың Торонто ҡалаһында микроавтобус халыҡ күп йөрөгән урамда йәйәүлеләрҙе тапатҡан. 10 кеше һәләк булған, 15 кеше  йәрәхәтләнгән. Әрмәнстан премьер-министры Серж Саргсяндың вазифаһынан китеүе Ереванда ҙур байрамға әйләнгән. Сәйәсмән отставкаға китеүе тураһында белдергәс меңләгән кеше...

24 апреля 2018
Бөгөн Рәсәйҙә “Георгий таҫмаһы” акцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәйҙә “Георгий таҫмаһы” акцияһы башланды

Патриотик проект бөтә ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа үтә. Ирекмәндәр йәмәғәт урындарында һәм урамдарҙа халыҡҡа георгий таҫмаларын тарата. Ул иҫтәлек символы булып тора һәм “Мин иҫләйем һәм ғорурланам”, тигәнде аңлата. Акция 2005 йылда башланды, ошо арауыҡ эсендә миллионлаған Георгий таҫмаһы таратылған....

24 апреля 2018
Смотреть видео Таптыҡ ауылы плантацияларында бәшмәк киҫеүгә төштөләр  | ГТРК «Башкортостан»

Таптыҡ ауылы плантацияларында бәшмәк киҫеүгә төштөләр

Төбәк ауыл хужалығы өсөн ят тармаҡтың уңышына ихтыяж ҙур. Бәшмәк ҡояштан ҡурҡа, ҡорола кибә, һыуыҡта үҫеүен туҡтата. Шуға ла был бүлмәләрҙә йылылыҡтың даими температураһы тотола. Бәшмәктәр ултыртҡанда 25-26, улар моронлағанда – 20, үҫеп еткәс 17 ярым градус. Уңыш йыйғанда был талымлы культура...

24 апреля 2018
Яндекс.Метрика