Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Бөгөн Киев дәүләт бурысының бер өлөшөн-120 миллион доллар түләргә тейеш. Кире осраҡта илде техник дефолт көтә, тип хәбәр итә мәғлүмәт агентлыҡтары. Әле украинаның дәүләт бурысы 70 миллиард долларҙан ашыу.
Сүриә менән Төркиә араһындағы мөнәсәбәттәр ҡатмарлаша.  Бөгөн сик буйында төркиәнең полиция хеҙмәткәре үлтерелгән. 4 төрөк яраланған. Ошо сәбәпле Анкара көньяҡ-көнсығышҡа хәрби самолеттарын осорған. 
Ғалимдар йыһанда ергә оҡшаш планета тапҡан. Уға Кеплер тигән исем бирелгән. Ерҙән ул 1 мең 400 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. 
Францияла фермерҙар ҡаршылыҡ акцияһы үткәрә. Супермаркеттар, юлдар ябылған. Күрелгән зыян миллиондарса евро менән иҫәнләнә. Ил етәкселеге 600 миллион евролыҡ дәүләт субсидияһы һәм банктарҙан алынған кредиттарға гарантиялар бирергә вәғәҙә иткән. Фермерҙар шулай уҡ ер һалымынан азат ителәсәк. Килемгә һалым түләү ҙә кисектереп тороласаҡ.

 

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөнөң тарихи районында торған иҫке биналар урындағы халыҡҡа хәүеф тыуҙыра | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң тарихи районында торған иҫке биналар урындағы халыҡҡа хәүеф тыуҙыра

Күптән асарбаҡтар ояһына әйләнгән өйҙәрҙә йыш ҡына янғын сыға. Ярты быуаттан ашыу элек төҙөлгән һәм бөгөн авария хәлендә булған ағас йорттар ҡасан һүтелер? Өфөнөң тарихи үҙәгендә урынлашҡан ташландыҡ ағас йорттар күптән инде асарбаҡтар һәм эскеселәр ояһына әйләнгән. Емерек бүлмәләр ...

24 апреля 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Канаданың Торонто ҡалаһында микроавтобус халыҡ күп йөрөгән урамда йәйәүлеләрҙе тапатҡан. 10 кеше һәләк булған, 15 кеше  йәрәхәтләнгән. Әрмәнстан премьер-министры Серж Саргсяндың вазифаһынан китеүе Ереванда ҙур байрамға әйләнгән. Сәйәсмән отставкаға китеүе тураһында белдергәс меңләгән кеше...

24 апреля 2018
Бөгөн Рәсәйҙә “Георгий таҫмаһы” акцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәйҙә “Георгий таҫмаһы” акцияһы башланды

Патриотик проект бөтә ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа үтә. Ирекмәндәр йәмәғәт урындарында һәм урамдарҙа халыҡҡа георгий таҫмаларын тарата. Ул иҫтәлек символы булып тора һәм “Мин иҫләйем һәм ғорурланам”, тигәнде аңлата. Акция 2005 йылда башланды, ошо арауыҡ эсендә миллионлаған Георгий таҫмаһы таратылған....

24 апреля 2018
Смотреть видео Таптыҡ ауылы плантацияларында бәшмәк киҫеүгә төштөләр  | ГТРК «Башкортостан»

Таптыҡ ауылы плантацияларында бәшмәк киҫеүгә төштөләр

Төбәк ауыл хужалығы өсөн ят тармаҡтың уңышына ихтыяж ҙур. Бәшмәк ҡояштан ҡурҡа, ҡорола кибә, һыуыҡта үҫеүен туҡтата. Шуға ла был бүлмәләрҙә йылылыҡтың даими температураһы тотола. Бәшмәктәр ултыртҡанда 25-26, улар моронлағанда – 20, үҫеп еткәс 17 ярым градус. Уңыш йыйғанда был талымлы культура...

24 апреля 2018
Быйыл бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы уртаса 13-15 процентҡа артасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы уртаса 13-15 процентҡа артасаҡ

Ошо хаҡта Рәсәй Банкына һылтанып «Известия» гәзите хәбәр итә.Үҙәк Банк белгестәре хеҙмәт хаҡының 1,5-3 процентҡа үҫәсәген иҫәпләгән, сөнки 1 майҙан иң түбән эш хаҡын 11,1 мең һумғаса арттыралар. Эш хаҡының артыуы бюджет өлкөһе менән генә сикләнмәйәсәк. Коммерция ойошмалары ла хеҙмәткәрҙәренә...

24 апреля 2018
Бөгөн республиканың айырым райондарында һәм Өфөлә ҡар яуҙы | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн республиканың айырым райондарында һәм Өфөлә ҡар яуҙы

Мәләүез, Күгәрсен райондарында ер ҡар аҫтында ята, тип хәбәр итә шаһиттар. Өфөлә лә буранлап тигәндәй ҡар яуҙы. Бындай шарттарҙа тәгәрмәстәрен йәйгегә алмаштырған водителдәргә юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға кәңәш итә юл инспекторҙары.

24 апреля 2018
Смотреть видео Рәсәйҙә социаль тигеҙһеҙлек төп мәсьәләгә әйләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә социаль тигеҙһеҙлек төп мәсьәләгә әйләнде

Тәү сиратта ул эш хаҡында сағыла. Был хаҡта бөгөн Өфөлә Рәсәй йәмәғәт палатаһы үткәргән социаль форумда әйтелде.

24 апреля 2018
Синоптиктар майға яҡынса фараздар яһаны | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар майға яҡынса фараздар яһаны

Башҡортостандың баш ҡалаһында май уртаһында 20 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Әммә, синоптиктарҙың фараздары буйынса, йылы һауа торошо ай дауамында яуым-төшөм менән алмашынасаҡ. Ҡояшлы көндәр аҙ буласаҡ – ете-ун градус.

23 апреля 2018
Австралия йәшәүсе милләттәштәребеҙ һабантуй байрамына йыйылды | ГТРК «Башкортостан»

Австралия йәшәүсе милләттәштәребеҙ һабантуй байрамына йыйылды

Яҙғы баҫыу эштәренән улар йыраҡ булһалар ҙа милли йолаларҙы, туған телде онотмайҙар.Башҡортостанды һағыныу хисен милли байрамдар менән баҫа улар.  Аделаида ҡалаһы янында үткән һабайнтуйға башҡорттар ғаиләләре, дуҫтары менән  килеп, ҡойоп ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, күңелдәре булғанса...

23 апреля 2018
Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайыҡ

Башҡортостанда экологик хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм уларға юл ҡуймау маҡсатында «Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайыҡ!» хәрәкәте башланды. Төбәктә йәшәгән һәр кем тәбиғәтте һаҡлау эшенә үҙ өлөшөн индерә һәм тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһына урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыу осраҡтары, браконьерлыҡ, тыйылған осорҙа...

23 апреля 2018
Яндекс.Метрика