Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Бөгөн Киев дәүләт бурысының бер өлөшөн-120 миллион доллар түләргә тейеш. Кире осраҡта илде техник дефолт көтә, тип хәбәр итә мәғлүмәт агентлыҡтары. Әле украинаның дәүләт бурысы 70 миллиард долларҙан ашыу.
Сүриә менән Төркиә араһындағы мөнәсәбәттәр ҡатмарлаша.  Бөгөн сик буйында төркиәнең полиция хеҙмәткәре үлтерелгән. 4 төрөк яраланған. Ошо сәбәпле Анкара көньяҡ-көнсығышҡа хәрби самолеттарын осорған. 
Ғалимдар йыһанда ергә оҡшаш планета тапҡан. Уға Кеплер тигән исем бирелгән. Ерҙән ул 1 мең 400 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. 
Францияла фермерҙар ҡаршылыҡ акцияһы үткәрә. Супермаркеттар, юлдар ябылған. Күрелгән зыян миллиондарса евро менән иҫәнләнә. Ил етәкселеге 600 миллион евролыҡ дәүләт субсидияһы һәм банктарҙан алынған кредиттарға гарантиялар бирергә вәғәҙә иткән. Фермерҙар шулай уҡ ер һалымынан азат ителәсәк. Килемгә һалым түләү ҙә кисектереп тороласаҡ.

 

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 менән ауырыусылар тағы ла 34 кешегә артты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 менән ауырыусылар тағы ла 34 кешегә артты

Әле ауыр сирҙе йоҡтороусы 7 мең 601 кеше иҫәпләнә.  Һуңғы тәүлектә генә 34 пациент һауығып дауахананан сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып һәләк булыусылар 28-гә етте. Рәсәй буйынса был һан 16 мең ярымдан ашты.  Бер тәүлектә генә республика табиптары 6 мең  872 кешене кешене...

26 августа 2020
Смотреть видео Утты үҙенә буйһондороусылар | ГТРК «Башкортостан»

Утты үҙенә буйһондороусылар

Утты үҙенә буйһондороусылар кеше ғүмерен ҡотҡара, йорттарҙы һәм мөлкәтте янғындан һаҡлай.  Әммә бының өсөн улар көн дә үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Беҙҙең хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева янғын ваҡытында күп йәрәхәттәр алып, үлемдән саҡ ҡалған ут һүндереүсе менән  күреште  һәм янғын...

25 августа 2020
Смотреть видео Янғын ни сәбәпле сыҡҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Янғын ни сәбәпле сыҡҡан?

Дәүләкән кирбес заводы цехтарының береһендә янғын сығыу сәбәптәрен тикшереү башланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йөҙләгән янғын һүндереүсегә 14 сәғәт буйына ут менән көрәшергә тура килде. Экология министрлығы экспертизанан һуң ниндәй яуап биргән? Заводтың элекке хеҙмәткәрҙәре цехтың янып китеү сәбәбе...

25 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда туристар өсөн кэшбек ғәмәлгә инде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда туристар өсөн кэшбек ғәмәлгә инде

Республика эске туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән федераль программала ҡатнаша. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гөлназ Мусина яңы уҡыу йылы алдынан бар ғаиләһе менән Башҡортостан санаторийҙарының береһенә барып һаулығын нығытып алырға теләй. Аҡсаларҙың бер өлөшөн кире ҡайтарыу тураһындағы яңылыҡ көтөлмәгән...

25 августа 2020
Смотреть видео Ҡуштауҙың һаҡланыусы тәбиғи биләмә булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Ҡуштауҙың һаҡланыусы тәбиғи биләмә булыуы ихтимал

Рәсәйҙең тәбиғәтте һаҡлау министрлығында Республика етәксеһе Радий Хәбировтың шиханда һаҡланыусы тәбиғи биләмә булдырыу тураһындағы тәҡдиме хуплау тапты. Федераль министрлыҡ үҙ сиратында айырыуса һаҡланыусы тәбиғи биләмә булдырыуҙа мөмкин тиклем ярҙам итергә әҙер. Ҡуштауҙа киләсәктә федераль...

25 августа 2020
Смотреть видео Килемле предприятие акциялары шәхси ҡулдарға нисек эләккән? | ГТРК «Башкортостан»

Килемле предприятие акциялары шәхси ҡулдарға нисек эләккән?

Коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлашһа сентябрь урталарынан мәктәптәр кире ябылыуы ихтимал. Был турала оператив кәңәшмәлә әйтелде. Хөкүмәттәге ултырышта Радий Хәбиров Башҡорт сода компанияһына ла бәйле етди белдереү яһаны. Халыҡ теләгенән сыҡҡан Ҡуштау мәсьәләһе яңы бурыстар ҡуя. Башҡорт сода...

25 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең ярымдан ашты. | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең ярымдан ашты.

698 кеше амбулатор, 75-е стационарҙа дауалана, 6-һы ауыр хәлдә, 1 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә 8 кеше һауығып сыҡҡан. Пандемия башланғандан алып һәләк булыусылар 28-гә етте.  Бер тәүлектә генә табиптар 6 мең самаһы кешене тикшергән.

25 августа 2020
Смотреть видео Бюджет урындары арта | ГТРК «Башкортостан»

Бюджет урындары арта

Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары үткән йыл менән сағыштырғанда 1 мең 500-гә артты. Был турала Республика етәксеһе белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, хәҙер ул 11 мең 747-гә етте.  Киләһе йылда бюджет урындарын тағы ла арттырыу- 13 мең 800-гә тиклем енткереү ҡарала. ...

20 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда мәктәп баҙарҙары гөрләй.  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда мәктәп баҙарҙары гөрләй.

Пандемия тип ҡарап тормай, һәр ата-әсәнең үҙ балаһына байрам бүләк иткеһе килә. Белем көнө айырыуса беренсе класҡа уҡырға барыусылар өсөн тулҡынландырғыс. Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп...

20 августа 2020
Смотреть видео Мәктәптәр яңы шарттарҙа эшләйәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәр яңы шарттарҙа эшләйәсәк

Республика етәксеһе Радий Хәбиров сентябрҙең тәүге өс аҙнаһының бик ҡатмарлы булыуы көтөлә, тип белдерҙе. Мәктәптәр, белем биреү учреждениелары асылыу менән коронавирусҡа бәйле хәлдең тағы ла ҡатмарлашыуы ихтимал. Шуға ла республика етәксеһе район һәм ҡалаларҙың хаҡимиәт башлыҡтарын киҙеүҙе...

20 августа 2020
Яндекс.Метрика