Өфө ветеринары Айрат Ҡотломәтов ҡатмарлы операция ярҙамында эттең морононан яман шеште алып ташлаған. Хәҙер эт һауыҡҡан. Был кане-корсо тоҡомло эттең ҡушаматы Брэм. Уға әле 9 йәш. Башҡалала иң ҙур арлан эттәрҙең береһе ул, уның ауырлығы 65 килограммға етә. Кане-корсо тоҡомло эттәр хужаларына тоғро, уларҙың төп бурысы – һаҡлау һәм ҡарауыллау, ти Брэмдың хужабикәһе. Әле Брэм ветеринарҙа аҙна һайын тикшереү үтә, 1 ай элек кенә уға операция эшләп, яман шеште алып ташлайҙар. Операциянан һуң эт бөтөнләй һуҡыр ҡалыуы ихтимал ине, хәҙер иһә Брэмдың хәле яҡшы. Был уның 3-сө операцияһы, тәүгеләре 2 йыл элек тубыҡтарына эшләнгән. Айрат Ҡотломәтов башҡалала хайуандарға арҡа мейеһенә, умыртҡа һөйәктәренә иң ҡатмарлы операцияларҙы башҡара, фалиж һуҡҡан әллә күпме хайуанды ҡотҡарған ул.Был таксаның исеме Рэд. Әле уға 14 йәш. 1 ай элек кенә 2 алғы тәпәйендә йөрөһә, операциянан һуң ул үҙен яҡшы тоя.Рэд кеүек ҡартайған эттәр менән быуындарға бәйле сирҙәр буйынса йыш мөрәжәғәт итәләр, ти ветеринарҙар. Аҙнаһына 10-ға яҡын ауыр операция яһала. Ветеринарға хайуандарҙың төрлө сирҙәре менән мөрәжәғәт итәләр. Тәүҙә табиптар хайуандарҙың дөйөм хәлен тикшереп, анализдар ала, сәбәбен тапҡас ҡына дауалау тәғәйенләнә. Хирургтарға көнөнә 5-8 ҡатмарлы операция эшләргә тура килә.
Эткә ҡатмарлы операция
Тулыраҡ: Эткә ҡатмарлы операция