Сүриә һынылышы

Снарядтар, патрондар, миналар һәм хатта танк менән “джихад-мобиль”. Өфөлә Сүриәләге боевиктарҙан тартып алынған ҡорал һәм техника тейәлгән поезд булып үтте. «Сүриә һынылышы» тип аталған бөтә Рәсәй хәрби-патриотик акцияһы менән Республикала йәшәүселәр ҙә яҡындан танышты. Поезд машинисы сигнал биреп, өфөлөләрҙе сәләмләй.  Хәрби эшелонды ҡаршыларға тимер-юл вокзалында йөҙәрләгән кеше йыйылған. Рәсәйҙең Оборона министрлығы ойошторған хәрби-патриотик акция эшелоны 15 ҡаланы үтеп, Өфөлә туҡталды.«Сүриә һынылышы» тип аталған махсус поездға Сүриәләге боевиктарҙан тартып алынған ҡорал һәм техника тейәлгән. Күргәҙмә бер-нисә майҙанға бүленгән. Тәүге вагондарҙа – тимер юлы платформаһына беркетелгән бронетехника – Т-55 танкы, үҙ йөрөшлө мина тралы һәм хатта “джихад мобиль”.Хәрби техниканан тыш, күргәҙмәлә автомобилдәр ҙә бар. Улар барыһы ла Сүриәлә хәрби хәрәкәттәр мәлендә ҡулланылған.  Машиналар броня менән ҡапланған һәм тәҙрәләренә пуля үтмәҫлек быялалар ҡуйылған.Икенсе майҙансыҡ вагон эсендә урынлашҡан. Унда — төрлө ҡорал өлгөләре, пилотһыҙ осоу аппараттары, хәрби рәссамдарҙың һүрәттәре һәм фотолары.  Экскурсоводтар ролендә Сүриәләге бәрелештә ҡатнашҡан хәрбиҙәр. Улар күргәҙмә өлгөләре менән яҡындан таныштыра, теләгән һәр кем менән фотоға ла төшә.Был экспозицияларға ҡарап, Сүриәләге һуғыштың нисек барғанын, Рәсәй һалдаттарының кемгә ҡаршы көрәшкәнен кешеләр үҙ-күҙҙәре менән күрә ала. Экспозицияны балалар менән бер рәттән өлкәндәр ҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.Егерме вагонда урынлашҡан тәгәрмәсле музей һәр ҡалала бер-ике сәғәткә туҡтала. Был күргәҙмә менән ике аҙна эсендә илдең төрлө төбәктәрендә 150 меңдән ашыу кеше танышҡан. 23 февралдә Мәскәүҙә “Сүриә һынылышы” эшелоны үҙ юлын башлап, ике ай эсендә 29 мең километр юл үтеп, Рәсәйҙең 60 ҡалаһында туҡталып, 27 апрелдә, Сүәнең бойондороҡһоҙ көнөндә кире Мәскәүгә әйләнеп ҡайтасаҡ.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Кескәй журналистарҙың етди һорауҙары | ГТРК «Башкортостан»

Кескәй журналистарҙың етди һорауҙары

Балалар телевидениеһы көнө алдынан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Сәлиховҡа кескәй хәбәрселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыуҙан тыш улар алдында яуап тоторға тура килде. Журналист һөнәре нимәһе менән ҡыҙыҡлы,  һуғыш барған ерҙә улар ни өсөн кәрәк, кеүек етди...

6 часов 30 минут назад
Смотреть видео Шашка буйынса оҫталыҡ дәрестәре | ГТРК «Башкортостан»

Шашка буйынса оҫталыҡ дәрестәре

Өфөнөң сауҙа-иҡтисад колледжында Шашка буйынса үҙенсәлекле  ярыш үтте. Халыҡ-ара шашка буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина  студенттар менән  бер юлы уйнау сеансын үткәрҙе. Был сара халыҡ-ара 8 март байрамы һәм Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек...

6 часов 35 минут назад
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй сәскәләр бүләк итергә? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй сәскәләр бүләк итергә?

Сәскә бүләк итеү - мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе. Бер байрам да, бер тантана ла сәскәһеҙ үтмәй. Бигерәк тә, 8 март алдынан гөлләмәләргә һорау арта. Шамонин ауылында йәшәүсе Зәлиә Мостаеваның йортоноң икенсе ҡаты күптән инде сәскәләр яланына әйләнгән. Бында ҡыштың ыжғыр бурандарында ла кәйеф...

6 часов 37 минут назад
Смотреть видео Гүзәл заттарҙы Радий Хәбиров тәбрикләне | ГТРК «Башкортостан»

Гүзәл заттарҙы Радий Хәбиров тәбрикләне

Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан күркәм тантана ойошторолдо. Башҡортостан данын танытҡан гүзәл зат вәкилдәрен Радий Хәбиров тәбрикләне. Яҙҙың иң беренсе һәм күркәм байрамы алдынан Өфөләге “Торатау” Конгресс-Холында гүзәл затты хөрмәтләү тантанаһы матур йолаға әйләнде. Бында бөгөн дә...

6 часов 40 минут назад
Смотреть видео Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә

Уны бер аҙна байрам итәләр. Һәр көндөң үҙ атамаһы бар.  Дүртенсеһен халыҡ телендә “күңел асыу көнө”, тиҙәр. Тап дүшәмбе оло Масленица башлана. Элек был көндө уҡырға ла, эшләргә лә ярамаған. Күңел асып, ҡунаҡҡа йөрөп, ҡоймаҡтар менән һыйланғандар. Масленица Бөйөк Пост алдынан һуңғы аҙнала...

4 марта 2021
Смотреть видео “Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға | ГТРК «Башкортостан»

“Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән фильм республика һәм күрше төбәк кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк. Был турала фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Республиканың төрлө райондарында төшөрөлгән картина тамашасыны үҙенсәлекле сценарийы...

4 марта 2021
Смотреть видео Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула?

Ҡаланың Черниковка биҫтәһендә балалар майҙансығы урынында күп ҡатлы йорт төҙөлә башлаған. Урындағы халыҡ төҙөүсе компанияны йорт янындағы ерҙәре баҫып алыуҙа ғәйепләй. Был хәл буйынса ҡала прокуратыраһы тикшереү  башлаған. Өфөнөң Конституция 5 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәргә...

4 марта 2021
Смотреть видео Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк

Өфө урамдары буйлап ҡиммәтле автомобилдәрҙә ҡыуырға яратҡан Артур Ғәзизовҡа ҡарата суд ултырышы башланды. Уҙған йылдың ноябрендә 25 йәшлек ир инспекторҙы бәрҙереп, автомобиль капотында йөрөттө. Ҡасып китеп юл аша сығып барған ҡатынды һәм балаһын төкөтә яҙа. Хәҙер ошо ваҡиға буйынса суд бара....

4 марта 2021
Смотреть видео Юл киҫелешендә эш ҡайнай | ГТРК «Башкортостан»

Юл киҫелешендә эш ҡайнай

Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге транспорт хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола. Светофорҙарҙың эшләү режимы  урындағы хәлгә ҡарап көйләнә. Төҙөлөш эштәре лә юл үткәүеле тирәләй  план буйынса бара. Объектта эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Салауат Юлаев...

4 марта 2021
Смотреть видео Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк

2021 йылдың 9 майында Башҡортостанда күләмле байрам саралары көтөлә. Радий Хәбиров Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.  Байрамға әҙерлек һәм уны үткәреү планына ярашлы, 7 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тантаналы концерт, 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр...

4 марта 2021
Яндекс.Метрика