Федерация Советында Башҡортостан көндәре уҙғарыла

Федерация Советында республика ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арнап Башҡортостан көндәре уҙғарыла. Кисә беҙҙең депутаттар ҡатнашлығында Федерация Советының алты комитетының киңәйтелгән ултырыштары үтте. Уларҙа инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу, ауыл хужалығын үҫтереү, республика биләмәһендә үҙенсәлекле иҡтисади зона булдырыу, медицина технологияларын үҫтереү мөмкинлектәрен, Башҡортостанда дәүләт власы органдарының коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән үҙ-ара эш итеү тәжрибәһен, таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу юлы менән экологик хәлде яҡшыртыу, 2020 йылда республикабыҙҙа VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыуға әҙерлек мәсьәләләрен тикшерелде. Бөгөн  Федерация Советында Башҡортостандың социаль-иҡтисади ҡеүәте менән таныштырыу ойошторола.

Читайте нас в Яндекс.Новостях