Өфө үҙәге тағы ла матурыраҡ һәм күркәмерәк буласаҡ

Төүөҙселәр оҙаҡ йылдар емерек хәлдә торған “Өфөкабель” ойошмаһының административ һәм сәнәғәт бинаһын төҙөкләндерә башланы. Уның беренсеһенә тарихи йөҙө ҡайтарыласаҡ. Ә бына икенсеһендә сауҙа кибеттәре, офистар, күңел асыу үҙәктәре эшләйәсәк. Обьекттың тирә-яғы ла тәртипкә килтерелә. Төҙөкләндереү эштәре өс этапта тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, тарихи бина иң беренсе сафҡа индерелә. Әле бында нимә булыры аныҡ ҡына билдәле түгел.    “Өфөкабель” предприятиеһының элекке административ бинаһы тарихи ҡомартҡы булып тора. Төҙөүселәр уның элекке йөҙөн кире ҡайтарырға йыйына. Эшселәр әле ҡыйығын алмаштыра һәм диуарҙарын буяуға әҙерләй. Бина йыл аҙағына әҙер булырға тейеш. Өс ҡатлы бинаның эсендә лә эштәр ҡайнай. Скульпторҙар гипстан биҙәү деталдәрен ҡоя. Белгестәр барыһы ла элеккесә булырға тейеш тип иҫәпләй.Бинаның түбәһен дә яңынан эшләгәндәр, ҡайһы бер диуарҙарын көсәйткәндәр. Совет осоронда ике ҡатлы административ бинаға өсөнсө ҡат өҫтәп төҙөлә. Бында әле лә уҙған быуаттың орнаменттары һаҡланған. Иҫке бинаның тәҙрәләре алмаштырылған. Уны төҙөкләндереү ауырға тура килә, сөнки төрлө ҡатмарлыҡтар тыуа. Яңынан төҙөүе еңелерәк, ти архитекторҙар. Икенсе сиратында сәнәғәт бинаһы төҙөкләндереләсәк. Әле бында ремонт эштәренә әҙерлек бара. Обьект сауҙа, күңел асыу һәм эшлекле үҙәккә әйләнәсәк. “Өфөкабель” ойошмаһы Зәки Вәлиди, Цюрупа, Яңы күпер урамдары һәм Аксаков паркы арауығында урынлашҡан. Уны Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, ҡунаҡханалар, финанс ойошмалар һәм дәүләт учреждениелары уратып алған. Йәғни, баш ҡалаға ингән урын тағы ла күркәмләнә.

Подпишитесь на наш Telegram-канал