Рәсәйҙә коллектор ойошмалары эшмәкәрлеге менән риза булмаусылар бихисап

Республиканың суд приставтары коллекторҙар һәм микрофинанс ойошмалары эшмәкәрлегенә бәйле халыҡтан һорау алыу үткәрә. Халыҡтың хоҡуҡтарын боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм был йәһәттән тиҙ арала тейешле ҡарарҙар ҡабул итеү маҡсатында һәр кем идаралыҡ белгестәренә хоҡуҡтары боҙолоуы тураһындағы мәғлүмәт менән мөрәжәғәт итә ала. Һорау алыу йомғаҡтары буйынса коллектор агентлыҡтарын тикшереү планы төҙөләсәк. Рәсәйҙә коллектор ойошмалары эшмәкәрлеге менән риза булмаусылар бихисап. Мыҡты кәүҙәле егеттәр кредит алып уны түләй алмаусыларҙы төрлө юлдар менән ҡурҡыта, мөлкәтен яндырыу, балаларын үлтереү менән янай. Коллекторҙар башбаштаҡлығының сигенән ашыуына яңылыҡтар таҫмаһындағы ваҡиғалар ғына ла асыҡ дәлил.

Подпишитесь на наш Telegram-канал