Башҡортостанда район хакимиәттәре «Инвестиция сәғәттәре» уҙғарасаҡ

Башҡортостанда район хакимиәттәре муниципаль «Инвестиция сәғәттәре» уҙғарасаҡ. Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.  Райондарҙа инвестиция сәғәттәре киләһе аҙнанан башлана. Муниципаль «Инвестсәғәттәр» һәр кесе йома ойоштороласаҡ. Кәңәшмәлә урындағы етәкселәр эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләйәсәк. Ә төбәккә инвестициялар йәлеп итеү үҙенсәлектәре хаҡында профилле совет ултырышында һүҙ барҙы. Был тәңгәлдә эште әүҙемләштерергә кәрәк, тине Республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте