«Водоходъ» компанияһының круиз лайнеры хәҙер Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен йөрөтә. Карап биш йондоҙло отель кимәленә тап килә. Бортта күҙәтеү салондары, ресторан, бар, спа-салон, тренажер залы, бөҙрәхана, шулай уҡ өҫкө палубала ҙур асыҡ солярий биләмәһе ҡаралған. Лайнер Мәскәү — Санкт-Петербург маршруты буйынса йөрөйәсәк. Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тула. Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы, юбилей федераль кимәлдә билдәләнә.
13 марта 2019 — 14:35