Опера йырсыһы үҙен режиссер һөнәрендә һынай

Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Аттила операһын ҡуя. Декорациялар, костюмдар күптән әҙерләй башланылар, солистар, хор ҙа итальян телендә яҙылған әҫәрҙең һүҙҙәрен ятлай. Илдар Абдразаҡов тәүге репетицияны үткәрҙе.Илдар Абдразаҡов Аттила партияһын беренсе тапҡыр 2010 йылда Нью-Йоркта Метрополитен-опера сәхнәһендә башҡарҙы һәм ул йырсының яраҡан партияларының береһенә әйләнде.Ә был  2018-ҙең 1 декабре. Миландың  Ла Скала опера театры быйылғы ижад миҙгелен “Аттила” спектакле менән асты. Төп партияны башҡарған яҡташыбыҙҙы алҡыштарға күмделәр.Ә әле Илдар Абдразаҡов илһамланып һәм тулҡынланып Аттила спектаклен Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡуя. Операның премьераһы апрелдең 27-һе һәм 28-нә тәғәйенләнгән. Илдар Абдразаҡов үҙенең концерттары араһында репетицияларға мөмкин тиклем күберәк ваҡыт бүлергә тырышасаҡ. Үҙе юҡта йырсылар менән уның ярҙамсыһы, ҡуйыусы рәссам Иван Складчиков эшләй. Операның сюжеты бөйөк яулап алыусы, гунндарҙың юлбашсыһы Аттила һәм уның әсире, Италия виләйәте башлығының ҡыҙы Одабелла араһындағы мөнәсәбәткә ҡоролған. Аттила партияһында театр солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Ҡәйепҡолов сәхнәгә сығырға әҙерләнә.Был операның һуңғы сәхнәһе — Одабелла Аттиланың ғүмерен өҙөп, унан үс ала. Мөхәббәт, нәфрәт, һуғыш, үлем эпизодтарын бай декорациялар һәм костюмдар биҙәйәсәк. Театр оҫталары әлеге ваҡытта ҡыҙыу темп менән спектаклде биҙәү өҫтөндә эшләй.

Подпишитесь на нас в Google Новости