Өфөлә ике ҡатлы йорттарҙың береһе емерелә башлаған

Өфөнөң Нежинская урамында урынлашҡан ике ҡатлы йорттоң ҡыйығы емерелеү сәбәпле фатирҙарҙы һыу баҫа. 76 йыллыҡ йортта капиталь ремонт эшләнелмәгән, ул күҙгә күренеп емерелә, тип зарлана халыҡ. Көн һайын тәҙрә төбөнән биҙерәләп һыу ташыу — ғәҙәти күренешкә әйләнде, тип зарлана Регина Нарбутова.

Өфөнөң Нежин урамында урынлашҡан ике ҡатлы йорттоң ҡыйығы емерелеү сәбәпле фатирҙарҙы тура мәғәнәһендә һыу баҫа.  Фатир эсендә ремонт эшләүҙән файҙа юҡ. Йыл һайын ҡыйыҡтан һыу ағыу сәбәпле, диуарҙар аҡтарыла, көнкүреш әйберҙәре зыян күрә. Халыҡ йорттоң емерелергә тороуынан тыш, һыу, йылылыҡ һәм эшләнелмәгән капиталь ремонт өсөн алтышар мең аҡса түләүҙәренә зарлана. Нежинская урамындағы йорт 1943-сө  йылда төҙөлгән. Ул авария хәлендә түгел, тип һанала. Әммә йәшәүселәр йорттоң көн һайын емерелеүенә үҙ күҙҙәре менән шаһит.  

Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был йортта бер ваҡытта ла капиталь ремонт эшләнелмәгән. Кешеләр үҙҙәренең ғүмерҙәре өсөн ҡурҡа. Марттың башында ғына был йорт түбәһе төнөн аҡтарылып төшә. Ике ҡатлы йортта күбеһенсә оло йәштәгеләр һәм күп балалы ғаиләләр йәшәй. Тик сабыйҙар менән урамға сығыуы ҡурҡыныс, ти йәш әсәләр. Яңыраҡ ҡына мәҫәлән, йорттоң ҡыйығы килеп төшкән. Йортта йәшәүселәр торлаҡ-файҙаланыу идаралығына был проблема менән мөрәжәғәт итеүҙән файҙа юҡ, ти.

73-сө торлаҡ-файҙаланыу идаралығы хеҙмәткәрҙәренә, әлбиттә, емерелергә торған йорт хәле яҡшы таныш.  Торлаҡ-файҙаланыу идаралығы хеҙмәткәрҙәре ошо арала ҡыйыҡты йүнәтергә вәғәҙә итте. Ә йортто авария хәлендә тип танытыу өсөн халыҡҡа хәҙер йыйылып ҡултамға йыйырға һәм прокуратураға ғариза яҙырға кәрәк.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Кескәй журналистарҙың етди һорауҙары | ГТРК «Башкортостан»

Кескәй журналистарҙың етди һорауҙары

Балалар телевидениеһы көнө алдынан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Сәлиховҡа кескәй хәбәрселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыуҙан тыш улар алдында яуап тоторға тура килде. Журналист һөнәре нимәһе менән ҡыҙыҡлы,  һуғыш барған ерҙә улар ни өсөн кәрәк, кеүек етди...

5 марта 2021
Смотреть видео Шашка буйынса оҫталыҡ дәрестәре | ГТРК «Башкортостан»

Шашка буйынса оҫталыҡ дәрестәре

Өфөнөң сауҙа-иҡтисад колледжында Шашка буйынса үҙенсәлекле  ярыш үтте. Халыҡ-ара шашка буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина  студенттар менән  бер юлы уйнау сеансын үткәрҙе. Был сара халыҡ-ара 8 март байрамы һәм Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек...

5 марта 2021
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй сәскәләр бүләк итергә? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй сәскәләр бүләк итергә?

Сәскә бүләк итеү - мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе. Бер байрам да, бер тантана ла сәскәһеҙ үтмәй. Бигерәк тә, 8 март алдынан гөлләмәләргә һорау арта. Шамонин ауылында йәшәүсе Зәлиә Мостаеваның йортоноң икенсе ҡаты күптән инде сәскәләр яланына әйләнгән. Бында ҡыштың ыжғыр бурандарында ла кәйеф...

5 марта 2021
Смотреть видео Гүзәл заттарҙы Радий Хәбиров тәбрикләне | ГТРК «Башкортостан»

Гүзәл заттарҙы Радий Хәбиров тәбрикләне

Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан күркәм тантана ойошторолдо. Башҡортостан данын танытҡан гүзәл зат вәкилдәрен Радий Хәбиров тәбрикләне. Яҙҙың иң беренсе һәм күркәм байрамы алдынан Өфөләге “Торатау” Конгресс-Холында гүзәл затты хөрмәтләү тантанаһы матур йолаға әйләнде. Бында бөгөн дә...

5 марта 2021
Смотреть видео Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә

Уны бер аҙна байрам итәләр. Һәр көндөң үҙ атамаһы бар.  Дүртенсеһен халыҡ телендә “күңел асыу көнө”, тиҙәр. Тап дүшәмбе оло Масленица башлана. Элек был көндө уҡырға ла, эшләргә лә ярамаған. Күңел асып, ҡунаҡҡа йөрөп, ҡоймаҡтар менән һыйланғандар. Масленица Бөйөк Пост алдынан һуңғы аҙнала...

4 марта 2021
Смотреть видео “Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға | ГТРК «Башкортостан»

“Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән фильм республика һәм күрше төбәк кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк. Был турала фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Республиканың төрлө райондарында төшөрөлгән картина тамашасыны үҙенсәлекле сценарийы...

4 марта 2021
Смотреть видео Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула?

Ҡаланың Черниковка биҫтәһендә балалар майҙансығы урынында күп ҡатлы йорт төҙөлә башлаған. Урындағы халыҡ төҙөүсе компанияны йорт янындағы ерҙәре баҫып алыуҙа ғәйепләй. Был хәл буйынса ҡала прокуратыраһы тикшереү  башлаған. Өфөнөң Конституция 5 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәргә...

4 марта 2021
Смотреть видео Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк

Өфө урамдары буйлап ҡиммәтле автомобилдәрҙә ҡыуырға яратҡан Артур Ғәзизовҡа ҡарата суд ултырышы башланды. Уҙған йылдың ноябрендә 25 йәшлек ир инспекторҙы бәрҙереп, автомобиль капотында йөрөттө. Ҡасып китеп юл аша сығып барған ҡатынды һәм балаһын төкөтә яҙа. Хәҙер ошо ваҡиға буйынса суд бара....

4 марта 2021
Смотреть видео Юл киҫелешендә эш ҡайнай | ГТРК «Башкортостан»

Юл киҫелешендә эш ҡайнай

Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге транспорт хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола. Светофорҙарҙың эшләү режимы  урындағы хәлгә ҡарап көйләнә. Төҙөлөш эштәре лә юл үткәүеле тирәләй  план буйынса бара. Объектта эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Салауат Юлаев...

4 марта 2021
Смотреть видео Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк

2021 йылдың 9 майында Башҡортостанда күләмле байрам саралары көтөлә. Радий Хәбиров Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.  Байрамға әҙерлек һәм уны үткәреү планына ярашлы, 7 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тантаналы концерт, 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр...

4 марта 2021
Яндекс.Метрика