Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

  • Украинала президент Петр Порошенко сығыш яһағанда бер төркөм ирҙәр полиция менән һуғыша башлаған. Хоҡуҡ һаҡсыларынан 22 кеше йәрәхәтләнгән. Милләтселәр трибунаға яҡын килә башлағанын күргәс, Порошенко ҡасыу яғын ҡарай. Әйткәндәй,  Украинала президент һайлауында еңелгән осраҡта Порошенко илдән ҡасырға ниәтләй, тигән белдереүҙәр бар.
  • Францияла һары жилеттарҙың 17-се ҡаршылыҡ акцияһы үткән. Илдең эске эштәр министрлығы унда 28 мең кеше, ә митингтарҙы ойоштороусылар 90 мең кеше ҡатнашты, тип хәбәр итә. Парижда полиция демонстранттарға ҡаршы водометтар һәм күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған.
  • Курд көстәре штурмлаған Әль-Бағуз ҡалаһын Сүриәлә террорсыларҙың һуңғы терәге тип атайҙар. Әммә Ҡушма Штаттар Ҡораллы көстәренең Үҙәк командованиеһы башлығы белдереүенсә, “Ислам дәүләте” нә ҡаршы һуғыш әле тамамланғанға оҡшамаған. Быға тиклем Америка президенты террорсылар тулыһынса тар-мар ителде, тип белдергәйне.
  • Мәскәүҙең тәфтиш комитеты үҙ балаһын фатирҙа бикләп сығып киткән ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты. Биш йәшлек сабый аслыҡтан йонсоған, уның муйынында тирене тишеп ит үрә башлаған биҙәүес табылған. Әле сабый реанимацияла.
Читайте нас в Яндекс.Дзен