Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

  • Украинала президент Петр Порошенко сығыш яһағанда бер төркөм ирҙәр полиция менән һуғыша башлаған. Хоҡуҡ һаҡсыларынан 22 кеше йәрәхәтләнгән. Милләтселәр трибунаға яҡын килә башлағанын күргәс, Порошенко ҡасыу яғын ҡарай. Әйткәндәй,  Украинала президент һайлауында еңелгән осраҡта Порошенко илдән ҡасырға ниәтләй, тигән белдереүҙәр бар.
  • Францияла һары жилеттарҙың 17-се ҡаршылыҡ акцияһы үткән. Илдең эске эштәр министрлығы унда 28 мең кеше, ә митингтарҙы ойоштороусылар 90 мең кеше ҡатнашты, тип хәбәр итә. Парижда полиция демонстранттарға ҡаршы водометтар һәм күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған.
  • Курд көстәре штурмлаған Әль-Бағуз ҡалаһын Сүриәлә террорсыларҙың һуңғы терәге тип атайҙар. Әммә Ҡушма Штаттар Ҡораллы көстәренең Үҙәк командованиеһы башлығы белдереүенсә, “Ислам дәүләте” нә ҡаршы һуғыш әле тамамланғанға оҡшамаған. Быға тиклем Америка президенты террорсылар тулыһынса тар-мар ителде, тип белдергәйне.
  • Мәскәүҙең тәфтиш комитеты үҙ балаһын фатирҙа бикләп сығып киткән ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты. Биш йәшлек сабый аслыҡтан йонсоған, уның муйынында тирене тишеп ит үрә башлаған биҙәүес табылған. Әле сабый реанимацияла.
Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт телендә он-лайн диктантта ҡатнашыусылар һаны 306  мең кешегә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт телендә он-лайн диктантта ҡатнашыусылар һаны 306 мең кешегә яҡынлаша

Был турала сараны ойоштороу комитетына хәбәр итәләр. Сараның географияһы ла киңәйә. Быйыл, мәҫәлән,  Рәсәйҙең 18 субьекты менән донъяның 24 дәүләтенән яҙма эштәр алынған. Башҡорт телен үҫтереү һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ  Йосопова һөйләй.  

28 апреля 2020
Смотреть видео Волга буйы Федераль округына ҡараған төбәктәрҙә “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны старт алды  | ГТРК «Башкортостан»

Волга буйы Федераль округына ҡараған төбәктәрҙә “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны старт алды

Махсус акцияны Рәсәй Президентының Волга буйы Федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле иғлан иткәйне. Марафон барышында легендар “Еңеү көнө” йыры округҡа ингән субьекттарҙың дәүләт телдәрендә яңғыраясаҡ. 25 апрель башланған сарала беренсе булып Мордовия сығыш яһаны. Тиҙҙән уға Башҡортостан да...

28 апреля 2020
Смотреть видео Башҡортостан сит илдәрҙә ҡалған граждандарын ҡайтара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан сит илдәрҙә ҡалған граждандарын ҡайтара

Халыҡ-ара рейстар туҡтатылыу сәбәпле, күп кенә ватандаштарыбыҙ ял иткән ерҙәрендә ҡалғайны. Өфө аэропортына, мәҫәлән, Һиндостандың Гоа штатынан махсус рейс килде. Был борттағы 162 пассажирҙың 37-һе тап беҙҙең республиканан. Улар әле Өфө янындағы обсерваторҙа. Самолетта шулай уҡ Татарстан,...

28 апреля 2020
Смотреть видео Май байрамдары коронавирус менән көрәштә һынылышлы мәл буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Май байрамдары коронавирус менән көрәштә һынылышлы мәл буласаҡ

Алдағы май байрамдары коронавирусҡа ҡаршы көрәштең һынылышлы мәле буласаҡ. Был турала республика етәксеһе Радий хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, үҙаллы изоляция ғына бөгөн ыңғай һөҙөмтәләр нигеҙе.   

28 апреля 2020
Смотреть видео Өфө урмандарын ҡороған ағастарҙан таҙарталар | ГТРК «Башкортостан»

Өфө урмандарын ҡороған ағастарҙан таҙарталар

«Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» предприятиеһы Өфө урмандарын ҡороған ағастарҙан таҙарта. Муниципиалитет зоналарын тиҙ арала тәртипкә килтереү тураһында республика башлығы Радий Хәбиров белдергәйне.  “Горзеленхоз” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡулдарҙың һәр ваҡыт  бирсәткәлә булыуы...

27 апреля 2020
Смотреть видео Республикалағы яуым-төшөм яҙғы ташҡынды көсәйтеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Республикалағы яуым-төшөм яҙғы ташҡынды көсәйтеүе ихтимал

Күп кенә райондарҙа йылғалар ярҙарынан сыҡҡан. Кешеләр кәмәләр әҙерләй, ә ҡотҡарыусылар халыҡ менән аңлатыу эштәре алып бара.  Күпләп яуған ямғырҙарҙан һуң Белорет районының бөтә йылғаларында ла һыу кимәле күтәрелде. Был видеола Ғәбдөк ауылы. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, берҙән-бер автомобиль юлы...

27 апреля 2020
Смотреть видео Изге эш ерҙә ятып ҡалмаҫ | ГТРК «Башкортостан»

Изге эш ерҙә ятып ҡалмаҫ

Өфө эшҡыуарҙары пандемия ваҡытында ауыр хәлгә тарыусыларға ярҙамға килә. Улар көндәлек мөһим аҙыҡ-түлек һатып алып, мохтаждарға тарата. Йәшелсә, ярма, май, макарон, тауыҡ ите-көндәлектә ҡулланыла торған аҙыҡ. Үҙизоляция ваҡытында бигерәк тә оло кешеләр һәм мохтаж ғаиләләргә бындай аҙыҡ-түлек һатып...

27 апреля 2020
Смотреть видео COVID-19 вирусы менән ауырыусылар һаны иң юғары нөктәһенә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 вирусы менән ауырыусылар һаны иң юғары нөктәһенә яҡынлаша

Әле төбәктә 50 меңгә яҡын лаборатор тикшереүҙәр үткәрелгән, һөҙөмтәлә 527 кешелә коронавирус барлығы асыҡланған. Республика етәкселеге һәм район башлыҡтары ла мотлаҡ рәүештә анализ тапшырырға тейеш, тине Радий Хәбиров коронавирустың таралыуын иҫкәртеү буйынса  үткәрелгән кисәге оператив...

27 апреля 2020
Смотреть видео Риф Мифтахов вафат булды | ГТРК «Башкортостан»

Риф Мифтахов вафат булды

Башҡортостан мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе. 81-се йәшендә билдәле шағир Риф Мифтахов вафат булды.  Риф Мифтахов Ишембай районының Кинйәбулат ауылында донъяға килә. Ул оҙаҡ йылдар республиканың матбуғат сараларында эшләй, әҙәби тәржемә менән шөғөлләнә. Тап ул Александр Блок, Евгений Евтушенко...

24 апреля 2020
Смотреть видео Республика ҡотҡарыусылар халыҡты мөмкин тиклем һаҡ булырға саҡыра | ГТРК «Башкортостан»

Республика ҡотҡарыусылар халыҡты мөмкин тиклем һаҡ булырға саҡыра

 Төп сәбәп- Башҡортостан райондарында йылғалар ташыуы. Көслө ямғырҙар һәм тауҙарҙа ҡарҙың ныҡлап иреүе арҡаһында Белореттағы ауылдарға хәүеф янай. Тап ошо арҡала Үрге Әүжән – Исмаҡай, Инйәр  - Айыс юлдарының бер өлөшө ябылған.   

24 апреля 2020
Яндекс.Метрика