Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

  • Украинала президент Петр Порошенко сығыш яһағанда бер төркөм ирҙәр полиция менән һуғыша башлаған. Хоҡуҡ һаҡсыларынан 22 кеше йәрәхәтләнгән. Милләтселәр трибунаға яҡын килә башлағанын күргәс, Порошенко ҡасыу яғын ҡарай. Әйткәндәй,  Украинала президент һайлауында еңелгән осраҡта Порошенко илдән ҡасырға ниәтләй, тигән белдереүҙәр бар.
  • Францияла һары жилеттарҙың 17-се ҡаршылыҡ акцияһы үткән. Илдең эске эштәр министрлығы унда 28 мең кеше, ә митингтарҙы ойоштороусылар 90 мең кеше ҡатнашты, тип хәбәр итә. Парижда полиция демонстранттарға ҡаршы водометтар һәм күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған.
  • Курд көстәре штурмлаған Әль-Бағуз ҡалаһын Сүриәлә террорсыларҙың һуңғы терәге тип атайҙар. Әммә Ҡушма Штаттар Ҡораллы көстәренең Үҙәк командованиеһы башлығы белдереүенсә, “Ислам дәүләте” нә ҡаршы һуғыш әле тамамланғанға оҡшамаған. Быға тиклем Америка президенты террорсылар тулыһынса тар-мар ителде, тип белдергәйне.
  • Мәскәүҙең тәфтиш комитеты үҙ балаһын фатирҙа бикләп сығып киткән ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты. Биш йәшлек сабый аслыҡтан йонсоған, уның муйынында тирене тишеп ит үрә башлаған биҙәүес табылған. Әле сабый реанимацияла.
Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Рәсми пляждар үҙ эшен башлай | ГТРК «Башкортостан»

Рәсми пляждар үҙ эшен башлай

Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров төбәктә махсус йыһазландырылған пляждарҙы асырға ҡушты. Ошо көндәрҙә һыу инергә ярамаған урындарҙа батып һәләк булғандарҙың һаны артҡан. Үткән байрам көндәрендә генә Башҡортостанда 5 кеше батып үлгән. Улар араһында 5 йәшлек бала ла бар....

15 июня 2020
Республикала фитнес-клубтарҙың ҡасан асылыры билдәле. | ГТРК «Башкортостан»

Республикала фитнес-клубтарҙың ҡасан асылыры билдәле.

Башҡортостанда фитнес-клубтарҙың ҡасан асылыры мәғлүм булды. Республика башлығы был күнегеү майҙандарының эшмәкәрлегенә ҡағылған талаптарҙы хәтергә алып 22 июнгә уларҙа бар әҙерлек эштәрен тамамларға ҡушты. Киләһе дүшәмбенән сәләмәт тормош яҡлыларҙы ҡабул итергә әҙер фитнес клубтарын асырға мөмкин...

15 июня 2020
Республика шифаханалары ғәҙәттәге эш тәртибенә ҡайта | ГТРК «Башкортостан»

Республика шифаханалары ғәҙәттәге эш тәртибенә ҡайта

Башҡортостанда 29 июндән шифахана һәм ял йорттарының эшмәкәрлеге тергеҙелә. Был ҡарар тураһында оператив кәңәшмәлә  белдерелде. Радий Хәбиров әле обсерватор булараҡ эшләгән шифаханалар вазифаларын дауам итергә мөмкин, әммә 29 июндән үҙҙәренең ғәҙәти бурыстарын үтәй башлауға әҙерләнергә кәрәк,...

15 июня 2020
Юғары әҙерлек тураһындағы ҡарарҙа үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

Юғары әҙерлек тураһындағы ҡарарҙа үҙгәрештәр

Башҡортостанда йәмәғәт урындарында бирсәткә кейеп йөрөү талабы бөтөрөлә. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров был һаҡланыу сараһының йәйге эҫелә артыҡ булыуын билдәләне. Йәмәғәт транспортында ҡулдарҙы зарарһыҙландырыр өсөн дезинфектор ҡулланыу ҡаралған. Битлек режимы иһә республикала артабан да һаҡлана.

15 июня 2020
Республикала аттестат тапшырыу танталары үтә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала аттестат тапшырыу танталары үтә

Бөгөн мәктәп тамамлаусыларға аттестаттар тапшырыла. Был хаҡта Рәсәй мәғариф министрлығы хәбәр итә. Быйыл уҡыусылар тәүге тапҡыр урта белем тураһында таныҡлыҡтың Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләренә бәйләнмәгән өлгөһөн ала. Документта 9-сы һәм 11-се класты...

15 июня 2020
Смотреть видео Ололарҙың һаулығы хәүеф аҫтында | ГТРК «Башкортостан»

Ололарҙың һаулығы хәүеф аҫтында

Ныҡлы үҙизоляция – коронавирустан һаҡланыу өсөн берҙән-бер алым. Туҡһан йәшкә етеп килеүсе Зәриә һәм Хәмзә Бәшәровтар 62 йыл бергә. Өйҙән сыҡмай ғына йәшәүҙәрен балалары ла хуплай, бар кәрәк-яраҡтарҙы ла үҙҙәре килтерә. Шулай ҙа өйҙә ултырыу мөмкинселеге бар оло йәштәгеләргә лә тәтемәй....

15 июня 2020
Смотреть видео Сауҙа үҙәктәрендә тикшереү | ГТРК «Башкортостан»

Сауҙа үҙәктәрендә тикшереү

Ике аҙна инде сауҙа үҙәктәренең ишектәре асыҡ. Кешеләрҙең һаны эш көндәрендә лә кәмемәй. Битлектәре бар, әммә бирсәткә кейгән кешеләр һирәк. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре килеп инеү менән тәүге тәртип боҙоуҙы теркәне. Ингән ерҙә термометр юҡ. Ә...

15 июня 2020
Смотреть видео Башавтотранс йәмғиәте автопаркы яңыртылды | ГТРК «Башкортостан»

Башавтотранс йәмғиәте автопаркы яңыртылды

Пассажир ташыу өлкәһендә Әлиә Ғәҙелшина бары өсөнсө йыл эшләй. Тап ошондай ҙур иркен автобус йөрөтөү хыялын бойомға ашыра ул бөгөн. Әлиәнең хеҙмәттәше, 40 йылдан ашыу руль артында ултырған Радик Бикбулатов иһә һөнәри өлкәлә белемде камиллаштырыу менән бер рәттән көн дә эшләгән техниканы йыш яңыртып...

15 июня 2020
Смотреть видео Эпидимилогик хәлгә бәйле, Салауат Юлаев көндәрен онлайн форматта үткәрергә ҡарар ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Эпидимилогик хәлгә бәйле, Салауат Юлаев көндәрен онлайн форматта үткәрергә ҡарар ителгән

Быйыл халыҡ батырының тыуыуына 266 йыл тула. 12 июндән 16 июнгә тиклем республиканың барлыҡ район-ҡалаларында байрам саралары уҙғарыла. Республика Милли музейында видеокәңәшмә режимында «Герой һәм шағир. Салауат Юлаев шәхесенең Башҡортостан тарихындағы роле» тип аталған ғилми-ғәмәли конференция...

11 июня 2020
Смотреть видео “Суперпейв” инновациялы технология ярҙамында юл төҙөклөндөрәләр | ГТРК «Башкортостан»

“Суперпейв” инновациялы технология ярҙамында юл төҙөклөндөрәләр

Асфальт етештереү өсөн әҙерләнгән материал махсус лента аша юғары температуралы мейескә оҙатыла. Билдәле булыуынса,  “Суперпейв” инновациялы технология транспорт баҫымын һәм һауа шарттарын иҫәпкә алып, тәғәйен файҙаланыу үҙенсәлектәренә эйә булған асфальт составын проектлай. Материал 170...

11 июня 2020
Яндекс.Метрика