Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

  • Украинала президент Петр Порошенко сығыш яһағанда бер төркөм ирҙәр полиция менән һуғыша башлаған. Хоҡуҡ һаҡсыларынан 22 кеше йәрәхәтләнгән. Милләтселәр трибунаға яҡын килә башлағанын күргәс, Порошенко ҡасыу яғын ҡарай. Әйткәндәй,  Украинала президент һайлауында еңелгән осраҡта Порошенко илдән ҡасырға ниәтләй, тигән белдереүҙәр бар.
  • Францияла һары жилеттарҙың 17-се ҡаршылыҡ акцияһы үткән. Илдең эске эштәр министрлығы унда 28 мең кеше, ә митингтарҙы ойоштороусылар 90 мең кеше ҡатнашты, тип хәбәр итә. Парижда полиция демонстранттарға ҡаршы водометтар һәм күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған.
  • Курд көстәре штурмлаған Әль-Бағуз ҡалаһын Сүриәлә террорсыларҙың һуңғы терәге тип атайҙар. Әммә Ҡушма Штаттар Ҡораллы көстәренең Үҙәк командованиеһы башлығы белдереүенсә, “Ислам дәүләте” нә ҡаршы һуғыш әле тамамланғанға оҡшамаған. Быға тиклем Америка президенты террорсылар тулыһынса тар-мар ителде, тип белдергәйне.
  • Мәскәүҙең тәфтиш комитеты үҙ балаһын фатирҙа бикләп сығып киткән ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты. Биш йәшлек сабый аслыҡтан йонсоған, уның муйынында тирене тишеп ит үрә башлаған биҙәүес табылған. Әле сабый реанимацияла.
Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән осрашты

Ер шарында коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле,  табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән осрашты. Әммә улар баҙап ҡалманы. Пандемия осоронда уларҙың көндәлек хеҙмәте ни тиклем үҙгәрҙе? Педиатр - иң ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе. Хәлен аңлата алмаған, ят кешегә ышанысһыҙ баҡҡан  кескәй...

1 июля 2020
Смотреть видео Бейеүсе торналар | ГТРК «Башкортостан»

Бейеүсе торналар

Баш ҡалала тағы ла бер ял урыны барлыҡҡа килде. Ҡала мәҙәниәт һарайы янында Бейеүсе торналар музыкаль фонтанын асыу тантанаһы үтте. Төҙөкләндереү эштәренең һөҙөмтәһе булып хәҙер Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын музыкаль фонтан һөйөндөрә. Уның янында спорт ҡоролмалары ҡуйылды һәм бәләкәстәр өсөн корабль...

1 июля 2020
Смотреть видео Өфө ҡалаһы ни өсөн матур? | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?

 Өфөлә Халыҡ-ара урбанистика форумында ҡатнашыусылар “Киләсәк биләмәһенә Евразия йөрәгенән ҡараш һалды.  Халыҡ-ара урбанистика форумы Рәсәйҙә коронавирус таралыуын ҡәтғи сикләү тәртибен йомшартыуҙан һуң ойошторолған тәүге күләмле сара. Бында хәүефһеҙлек шарттары ентекле үтәлә. Форумда...

1 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тауыш биреү майҙандарында халыҡ күпләп йыйылған осраҡтар юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тауыш биреү майҙандарында халыҡ күпләп йыйылған осраҡтар юҡ

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ауыл-ҡасабаларҙа йәшәгән кешеләрҙең 100 проценты тауыш биреп тә өлгөргән. Был хаҡта республика етәксеһе хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

1 июля 2020
Смотреть видео Һайлау учаскаларында санитар талаптар тулыһынса үтәлә | ГТРК «Башкортостан»

Һайлау учаскаларында санитар талаптар тулыһынса үтәлә

Республика башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй-24” телеканалында тура эфирға сығып пандемия шарттарында һайлау участкаларының эш барышы тураһында һөйләне. Иртәнән кискә тиклем Үҙәк һайлау комиссия ағзаларының бер төркөмө тауыш бирергә теләүселәр фатирҙарына юллана. Оло йәштәгеләр, мөмкинлеге сикләнгәндәр...

1 июля 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү көнө | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү көнө

20 сәғәткә тиклем республикала тауыш биреү хоҡуғына эйә булған 3 миллион 47 мең граждан Конституцияға үҙгәрештәр индереү кәрәкме тигән һорауға үҙ яуабын әйтәсәк. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, тауыш биреүҙең үҙ ҡағиҙәһе бар. Участкаларҙа кешеләр ағымы күп булмаҫҡа тейеш. Граждандар араһында метр...

1 июля 2020
Смотреть видео  “Рәсәй-Башҡортостан” каналының “Минең баҡсам” конкурсы еңеүселәре билдәләнде.  | ГТРК «Башкортостан»

“Рәсәй-Башҡортостан” каналының “Минең баҡсам” конкурсы еңеүселәре билдәләнде.

Телевизион ярышта республиканың төрлө-ҡала райондарынан йөҙгә яҡын кеше ҡатнашып үҙҙәре йәшәгән йорт, тәрбиәләгән баҡсалары фотоһүрәттәрен, видеоларын беҙҙең сайтҡа ебәреп, төп бүләктәр өсөн дәғүәләште. Телевизион ярыштың радиоварианты ла булды. “Маяҡ” радиоһына ебәрелгән һәм баҡсаларға бәйле...

30 июня 2020
Смотреть видео Кескәйҙәрҙең хыялын тормошҡа ашырған кеше | ГТРК «Башкортостан»

Кескәйҙәрҙең хыялын тормошҡа ашырған кеше

Күптәнге хыял. Тәүҙә үҙенең ихатаһында балалары өсөн уйын майҙансығын төҙөргә теләгән ир, күрше тирәһе менән кәңәшләшкәндән һуң, күмәкләп урам буйына кескәйҙәр өсөн майҙансыҡ эшләп ҡуйған. Балаларға байрам кәйефен өҫтәп, майҙансыҡты рәсми асыу тантанаһы ойошторолдо. Ҡыҙыл, йәшел, зәңгәр - балалар...

30 июня 2020
Смотреть видео Еңеү йөҙҙәре – 75 | ГТРК «Башкортостан»

Еңеү йөҙҙәре – 75

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Еңеү йөҙҙәре - 75” тип аталған күргәҙмә асылды. Уны республика парламенты менән бергә төбәктең фоторәссамдары ойошторҙо. Булат Ғәйнетдинов, Олег Яровиков, Андрей Старостин, Валерий Шахов һәм тағы ла 9 авторҙың бихисап эштәре араһынан 75-е һайлап алынды. Фотографтарҙың...

30 июня 2020
Смотреть видео Нуриман районының үҙәк дауаханаһы яңырыу кисерә.  | ГТРК «Башкортостан»

Нуриман районының үҙәк дауаханаһы яңырыу кисерә.

Бында ике ай тирәһе ҡабул итеү бүлеген төҙөкландереү эштәре бара. Июль башынан пациенттарҙы яныртылған, заманса диагностикалау бүлегендә ҡабул итәсәктар. ‌Фирүзә Риф ҡыҙы үҙәк дауаханала 30 йылдан артыҡ эшләй. Мөмкинлектәре сикләнгән ауырыуҙар өсөн пандус эшләнеүенә ул ҡыуанып бөтә алмай. Сөнки,...

30 июня 2020