Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

  • Украинала президент Петр Порошенко сығыш яһағанда бер төркөм ирҙәр полиция менән һуғыша башлаған. Хоҡуҡ һаҡсыларынан 22 кеше йәрәхәтләнгән. Милләтселәр трибунаға яҡын килә башлағанын күргәс, Порошенко ҡасыу яғын ҡарай. Әйткәндәй,  Украинала президент һайлауында еңелгән осраҡта Порошенко илдән ҡасырға ниәтләй, тигән белдереүҙәр бар.
  • Францияла һары жилеттарҙың 17-се ҡаршылыҡ акцияһы үткән. Илдең эске эштәр министрлығы унда 28 мең кеше, ә митингтарҙы ойоштороусылар 90 мең кеше ҡатнашты, тип хәбәр итә. Парижда полиция демонстранттарға ҡаршы водометтар һәм күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған.
  • Курд көстәре штурмлаған Әль-Бағуз ҡалаһын Сүриәлә террорсыларҙың һуңғы терәге тип атайҙар. Әммә Ҡушма Штаттар Ҡораллы көстәренең Үҙәк командованиеһы башлығы белдереүенсә, “Ислам дәүләте” нә ҡаршы һуғыш әле тамамланғанға оҡшамаған. Быға тиклем Америка президенты террорсылар тулыһынса тар-мар ителде, тип белдергәйне.
  • Мәскәүҙең тәфтиш комитеты үҙ балаһын фатирҙа бикләп сығып киткән ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты. Биш йәшлек сабый аслыҡтан йонсоған, уның муйынында тирене тишеп ит үрә башлаған биҙәүес табылған. Әле сабый реанимацияла.
Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ил буйынса ял көндәре 11 майға тиклем оҙайтылды | ГТРК «Башкортостан»

Ил буйынса ял көндәре 11 майға тиклем оҙайтылды

Был турала Владимир Путин төбәк башлыҡтары менән ойошторолған видеокәңәшмә алдынан билдәләне. Рәсәй Президенты мөрәжәғәтендә эпедимия таралыуының туҡтауын, шул уҡ ваҡытта хәлдең киҫкен булып ҡалыуы һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ауырыуҙың иң юғары нөктәһе үтелмәгән. Сир менән көрәштә иң көсөргәнешле...

29 апреля 2020
Смотреть видео Республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы дауам итә

Экологик өмәләр барышында һәр ҡала һәм районда ағастар ултыртыла. Был юлы өмәләрҙә ябай халаыҡ ҡатнашманы. Стәрлетамаҡта, мәҫәлән, йәш ағастарҙы урындағы торлаҡ-комумналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре ултыртҡан.  Үҫентеләр ҡаланың үҙәк урамы – Ленин проспектын биҙәйәсәк. Күмертауҙа иһә 120 ҡарағай...

28 апреля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда лигрҙар тыуған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда лигрҙар тыуған

Арыҫлан менән юлбарыҫ көсөктәре Бәләбәйҙәге күсмә зоопаркта донъяға яңы килгән. Тик пандемия арҡаһында хайуандарҙың хәле мөшкөл. Уларҙы ашатыу өсөн ризыҡ етмәй. Шулай ҙа, йәнлектәргә кешеләр ярҙам итә. Был лигр көсөгөнөң ырылдауы әлегә бесәй балаһының мыяулағанын ғына хәтерләтә. Принцесса ҡушаматлы...

28 апреля 2020
Смотреть видео Быйылғы йәйҙең Рәсәйҙә һуңғы биш йылдағы иң эҫеһе булырға мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Быйылғы йәйҙең Рәсәйҙә һуңғы биш йылдағы иң эҫеһе булырға мөмкин

Был турала синоптиктар хәбәр итә.  Ил гидрометүҙәге етәксеһе Роман Вильфанд һүҙҙәренә ҡарағанда, климотологтар ошондай фекергә килгән. 2020-се йылдың йәйендә һауа температураһы ныҡ юғары торасаҡ. Был үҙгәрештәр атмосферала газдың парник хәленә килеүенә бәйле. Йәйге селәлләр глобаль йылыныуҙың...

28 апреля 2020
Смотреть видео Башҡорт телендә он-лайн диктантта ҡатнашыусылар һаны 306  мең кешегә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт телендә он-лайн диктантта ҡатнашыусылар һаны 306 мең кешегә яҡынлаша

Был турала сараны ойоштороу комитетына хәбәр итәләр. Сараның географияһы ла киңәйә. Быйыл, мәҫәлән,  Рәсәйҙең 18 субьекты менән донъяның 24 дәүләтенән яҙма эштәр алынған. Башҡорт телен үҫтереү һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ  Йосопова һөйләй.  

28 апреля 2020
Смотреть видео Волга буйы Федераль округына ҡараған төбәктәрҙә “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны старт алды  | ГТРК «Башкортостан»

Волга буйы Федераль округына ҡараған төбәктәрҙә “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны старт алды

Махсус акцияны Рәсәй Президентының Волга буйы Федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле иғлан иткәйне. Марафон барышында легендар “Еңеү көнө” йыры округҡа ингән субьекттарҙың дәүләт телдәрендә яңғыраясаҡ. 25 апрель башланған сарала беренсе булып Мордовия сығыш яһаны. Тиҙҙән уға Башҡортостан да...

28 апреля 2020
Смотреть видео Башҡортостан сит илдәрҙә ҡалған граждандарын ҡайтара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан сит илдәрҙә ҡалған граждандарын ҡайтара

Халыҡ-ара рейстар туҡтатылыу сәбәпле, күп кенә ватандаштарыбыҙ ял иткән ерҙәрендә ҡалғайны. Өфө аэропортына, мәҫәлән, Һиндостандың Гоа штатынан махсус рейс килде. Был борттағы 162 пассажирҙың 37-һе тап беҙҙең республиканан. Улар әле Өфө янындағы обсерваторҙа. Самолетта шулай уҡ Татарстан,...

28 апреля 2020
Смотреть видео Май байрамдары коронавирус менән көрәштә һынылышлы мәл буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Май байрамдары коронавирус менән көрәштә һынылышлы мәл буласаҡ

Алдағы май байрамдары коронавирусҡа ҡаршы көрәштең һынылышлы мәле буласаҡ. Был турала республика етәксеһе Радий хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, үҙаллы изоляция ғына бөгөн ыңғай һөҙөмтәләр нигеҙе.   

28 апреля 2020
Смотреть видео Өфө урмандарын ҡороған ағастарҙан таҙарталар | ГТРК «Башкортостан»

Өфө урмандарын ҡороған ағастарҙан таҙарталар

«Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» предприятиеһы Өфө урмандарын ҡороған ағастарҙан таҙарта. Муниципиалитет зоналарын тиҙ арала тәртипкә килтереү тураһында республика башлығы Радий Хәбиров белдергәйне.  “Горзеленхоз” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡулдарҙың һәр ваҡыт  бирсәткәлә булыуы...

27 апреля 2020
Смотреть видео Республикалағы яуым-төшөм яҙғы ташҡынды көсәйтеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Республикалағы яуым-төшөм яҙғы ташҡынды көсәйтеүе ихтимал

Күп кенә райондарҙа йылғалар ярҙарынан сыҡҡан. Кешеләр кәмәләр әҙерләй, ә ҡотҡарыусылар халыҡ менән аңлатыу эштәре алып бара.  Күпләп яуған ямғырҙарҙан һуң Белорет районының бөтә йылғаларында ла һыу кимәле күтәрелде. Был видеола Ғәбдөк ауылы. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, берҙән-бер автомобиль юлы...

27 апреля 2020
Яндекс.Метрика