Ҡараңғы урам

Хәҙер 30 йылдан ашыу Степан Злобин урамы яҡтыртылмай, бында бөтөнләй яҡтыртыу бағаналары юҡ. Ошо урамда йәшәүселәр ҡала хакимиәтенә бер-нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә, әммә уларҙың үтенестәре яуапһыҙ ҡала.

Глеб Степан Злобин урамында йәшәй. Уны мәктәпкә оләсәһе оҙатып ҡала, Һуңға ҡалһа, мотлаҡ ҡаршы ала. Ҡараңғы төшкәс, яңғыҙ йөрөгән юҡ, ти малай.  Степан Злобин урамында светофорҙар урыны ғына түгел, ә бөтә урам хәүефле, тип иҫәпләнә.  Степан Злобин урамында йорттар 30 йылдан ашыу элек төҙөлгән, күптәре ошо төҙөлөш ваҡытынан алып йәшәй. 5 йыл элек оҙаҡ йылдар көтөп алған асфальт түшәлһә, урамды яҡтыртыу һаман да көнүҙәк мәсъәлә.

 Степан Злобин урамында йәшәүселәр ҡала һәм район  хакимиәтенә, торлаҡ-коммуналь хужалығына  бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткән.  Башҡалала утһыҙ ҡараңғы нөктәләр булмаҫҡа тейеш, тип Радий Хәбиров белдергәйне. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, ҡалала хәүефһеҙлек һәм уңайлыҡ тыуҙырыу, иң алдынғы мәсъәләләрҙең береһе.

Ни өсөн Степан Злобин урамында оҙаҡ йылдар бөтөнләй ут юҡ? Был һорауға аныҡ яуап биреүсе табылманы. Өфө ҡала хакимиәте белгестәре белдереүенсә, урамдарҙа яҡтыртыу бағаналарын урынлаштырыу ҡала коммуналь хужалығы идаралығы, ә фонарҙәр менән тәъмин итеү район хакимиәте ҡарамағында. Башҡала урамдарын һәм социаль объекттарҙы яҡтыртыу буйынса программа әҙерләнә.  Өфө ҡала хакимиәтендә Степан Злобин урамы мәсъәләһе билдәле һәм киләһе йылдарҙа хәл ителеү юлдары ҡарала.

Степан Злобин урамының оҙонлоғо 1 километрҙан ашыу Һәм йәйәүлеләр өсөн урмансылар паркына тура юл.  Бында ҙур сауҙә үҙәге, спорт мәктәбе, һуҡырҙар интернаты, һуғыш ветерандарына һәйкәл, магазиндар урынлашҡан. Күп халыҡ йөрөгән урамда, Өфө ҡала хакимите билдәләүенсә, киләсәктә 30 яҡтыртыу бағанаһы ҡуйыласаҡ.

Подпишитесь на нас в Пульс