Агросәнәғәт комплексының үҫеш мөмкинлектәре

Тәбиғи, саф һәм файҙалы аҙыҡ етештереүселәрҙе уңайлы, һаҡсыл технологиялар менән заманса техника ҡыҙыҡһындыра. Ике яҡ өсөн дә мөһим мәғлүмәттәрҙе Өфөлә егерме туғыҙынсы тапҡыр ойошторолған “Агрокомплекс” күргәҙмәһе тәҡдим итте. Халыҡ-ара форум сиктәрендә күрһәтелгән техника һәм тауар өлгөләрен республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡараны.

Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникаһы предприятиеһы ер эшкәртеү һәм уңыш йыйыуға тәғәйен машиналарҙың бер нисә төрөн етештерә. Радий Фәрит улын предприятиеның партнерҙары ҡыҙыҡһындыра. “Инмаш” берекмәһе етәксеһе иһә башҡалар менән сағыштырғанда хаҡы 30-40 процентҡа арзаныраҡ халыҡ комбайнын төҙөү тураһында хәбәр итә. Бөгөн хужалыҡтар ҡулланышы ябай, файҙаланышы ышаныслы, яғыулығы экологик таҙа һәм һаҡсыл техникаға өҫтөнлөк бирә. Радий Хәбиров күргәҙмәгә килгән техника етештереүселәрҙең икәүһен, атап әйткәндә Стәрлетамаҡтың “Инмаш” менән “Ригмаш” предприятиеларын сираттағы Инвестиция сәғәтендә ҡатнашырға саҡыра. Өфөлә Рәсәйҙең 36 төбәгенән тауар етештереүселәр үҙ ҡаҙаныштарын таныта.

Аграр форум күргәҙмәһе майҙанын һайлаған 350 предприятие араһында сит ил вәкилдәре лә бар. Германия, Дания, Австрия һәм Чехиянан рәсми делегациялар эшләй. Австрия аграр кластеры бер нисә фирманы һәм фермер хужалыҡтарын берләштергән.Чехия тауар етштереүселәренең дә Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә теләге ҙур. Был ил икенсе йыл рәттән Өфөләге форумды ойоштороусылар исемлегендә. Чехтар аграр тармаҡтан тыш мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек яҡлы.Күргәҙмәлә иһә сит ил ҡунаҡтары иғтибарын башҡорт ҡаҙҙарын үрсетеү хужалығы йәлеп итә.

Благовар районы Иҫке Күсәрбай ауылында 2007 йылда барлыҡҡа килгән хужалыҡ бөгөн ҡаҙ итен етештереп кенә ҡалмай, был ҡоштарҙың гибрид тоҡомдарын сығарыу менән дә уңышлы шөғөлләнә. Бөгөн 12 төр тоҡомло 12 мең баш ҡаҙ аҫрайҙар. Ауырлығы 7-9 килоға еткән башҡорт аҡ ҡаҙы гибриды бындай күләмдәге күргәҙмәгә беренсе тапҡыр сығарылған. Халыҡ-ара күргәҙмәлә аграр тармаҡтың кесе эшҡыуарлыҡ ҡаҙаныштарына быйыл беренсе тапҡыр айырым урын бүленгән.  Үҙенсәлекле ризыҡтар, боронғо рецептар, милли аштар. Халыҡ-ара аграр форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан тауарҙары тәме, сифаты һәм төрлөлөгө менән һоҡландыра. Был ризыҡтарҙы етештергән фермер һәм ауыл хужалығы кооперативтары бөгөн аграр тармаҡта үҙ урынын донъя кимәлендә нығытыу мөмкинлеген ала. Республика етәксеһе фекеренсә, Башҡортостанда етештерелгән тәбиғи һәм саф ризыҡтарға әле киң танылыу етмәй. Етештереүселәр һәм һатыусылар хеҙмәттәшлегенә өлгәшер өсөн дә ошондай саралар кәрәк.Аграр өлкәлә алдынғылыҡҡа етди аҙымдар яһаған кесе эшҡыуарҙар тармаҡта электән нығынған предприятиеларға конкуренция яһарға ла дәғүә итә. 

Европаны бөгөн экологик яҡтан таҙа, тәбиғи ризыҡтар ҡыҙыҡһындыра, ти Өфө районы “Алексеевский” совхозы етәксеһе Рәмзил Низаметдинов.Фермер хужалыҡтары һәм кооперативтар күргәҙмәлә ҡатнашыуҙы хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтеү сараһы булараҡ файҙалана. Рәсәй төбәктәре менән сит ил һатып алыусыһына тәҡдим итер юғары сифатлы тауар етерлек.Башҡортостан аграрийҙары иһә сит ил технологиялары менән техника файҙаланыу мөмкинлектәрен барлай. Республика был йәһәттән инвестициялар яҡлау сараларын күрергә әҙер.Башҡортостан етәксеһенә һауынсы роботтарҙы ла күрһәттеләр. Уларҙы Өфөлә етештереүҙе Голландияның рәсми вәкиле “Роботекс” предприятеһы үҙләштергән. Автомат һауынсылар тәүгеләрҙән булып Әбйәлил районы хужалығына юлланасаҡ. 

Аграр күргәҙмәлә ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Был Башҡортостан аграрийҙарына ҡарата иғтибар кимәлен генә түгел, ә тотош тармаҡтың киләсәк үҫешен дәлилләй. Аграр форум барышында 4 көн эсендә эшлекле осрашыуҙар, тематик кәңәшмәләр үтте. Уларҙа белгестәрҙән тыш ауыл хужалығы уҡыу йорттарында белем алған студенттар ҙа ҡатнашты.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә

Уны бер аҙна байрам итәләр. Һәр көндөң үҙ атамаһы бар.  Дүртенсеһен халыҡ телендә “күңел асыу көнө”, тиҙәр. Тап дүшәмбе оло Масленица башлана. Элек был көндө уҡырға ла, эшләргә лә ярамаған. Күңел асып, ҡунаҡҡа йөрөп, ҡоймаҡтар менән һыйланғандар. Масленица Бөйөк Пост алдынан һуңғы аҙнала...

4 марта 2021
Смотреть видео “Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға | ГТРК «Башкортостан»

“Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән фильм республика һәм күрше төбәк кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк. Был турала фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Республиканың төрлө райондарында төшөрөлгән картина тамашасыны үҙенсәлекле сценарийы...

4 марта 2021
Смотреть видео Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула?

Ҡаланың Черниковка биҫтәһендә балалар майҙансығы урынында күп ҡатлы йорт төҙөлә башлаған. Урындағы халыҡ төҙөүсе компанияны йорт янындағы ерҙәре баҫып алыуҙа ғәйепләй. Был хәл буйынса ҡала прокуратыраһы тикшереү  башлаған. Өфөнөң Конституция 5 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәргә...

4 марта 2021
Смотреть видео Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк

Өфө урамдары буйлап ҡиммәтле автомобилдәрҙә ҡыуырға яратҡан Артур Ғәзизовҡа ҡарата суд ултырышы башланды. Уҙған йылдың ноябрендә 25 йәшлек ир инспекторҙы бәрҙереп, автомобиль капотында йөрөттө. Ҡасып китеп юл аша сығып барған ҡатынды һәм балаһын төкөтә яҙа. Хәҙер ошо ваҡиға буйынса суд бара....

4 марта 2021
Смотреть видео Юл киҫелешендә эш ҡайнай | ГТРК «Башкортостан»

Юл киҫелешендә эш ҡайнай

Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге транспорт хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола. Светофорҙарҙың эшләү режимы  урындағы хәлгә ҡарап көйләнә. Төҙөлөш эштәре лә юл үткәүеле тирәләй  план буйынса бара. Объектта эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Салауат Юлаев...

4 марта 2021
Смотреть видео Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк

2021 йылдың 9 майында Башҡортостанда күләмле байрам саралары көтөлә. Радий Хәбиров Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.  Байрамға әҙерлек һәм уны үткәреү планына ярашлы, 7 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тантаналы концерт, 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр...

4 марта 2021
Смотреть видео "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Сарала уҡытыусылар, колледж директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты. “Мәғариф эштәре” журналы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тәүге баҫмаһы. Ул ғәрәп телендә 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында  донъя күргән. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм замана талаптарына ярашлы...

3 марта 2021
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе

,,Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе,, республика конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡала. Ойоштороусылар конкурсҡа мөмкин тиклем күберәк  иғтибар йәлеп итергә, ҡатнашыусыларҙың һанын артырырға, уларҙың баһаһын күтәреп халыҡ араһына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошо йәһәттән Рәсәй ДОСАФФ ойошмаһының...

3 марта 2021
Смотреть видео Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды

Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының...

3 марта 2021
Смотреть видео Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа? | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?

Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты...

3 марта 2021
Яндекс.Метрика