Өфөнөң Урмансылар паркында айыуҙар уянған

Тәмле ҡышҡы йоҡонан һуң улар бер аҙ борсоулы. Әлегә вольер хеҙмәткәрҙәре уларҙы әүҙем ашата. Йәнлектәр ике-өс аҙнанан үҙҙәренең ғәҙәти йәшәү рәүешенә инергә тейеш. Ялҡауланып ҡына, камеранан күҙҙәрен йәшереп ятҡан ата айыуҙың 5 айыубикәһе бар. Ә күрше вольерҙағы Маша исемле айыу үҙенең ике балаһын тәүге тапҡыр ояһынан алып сыҡҡан. Ул яндарынан бер аҙым да китмәй. Был ғәҙәти күренеш түгел ти, парк хеҙмәткәрҙәре.

Смотрите нас в YouTube