«Башҡортостан» милли паркында күҙәтеү видеокамералары ҡоралайҙы төшөрөп алған

Ҡырағай хайуан көрт араһында ем эҙләгән. Йәйен улар таңда, кисен һәм төндә ашарға сыға. Ҡышын иһә тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында тамаҡ ялғайҙар. Ҡар күп яуған ваҡытта ҡуйы ағаслыҡта ышыҡланалар. Ҡарҙы таҙартып, үңәсенә еткәнсе соҡойҙар һәм шунда ял итәләр. Ҡоралай аҙығының 70 процентын үлән тәшкил итә. Шулай уҡ уҫаҡ, тал, йүкә, ҡайын, имән ағастарының япраҡтарын, йәш ботаҡтарын да үҙ итәләр. Болан, мышынан айырмалы рәүештә, ҡышын ағас ҡайырыһы кимермәйҙәр, ә ҡарағай, артыш ылыҫын ашайҙар. Шулай уҡ имән сәтләүеге, еләк-емеш менән дә туҡланалар.

Подпишитесь на нас в Пульс