Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

  • Сан-Паулу мәктәптәренең береһендә атыш ваҡытында кәм тигәндә 10 кеше һәләк булған, 17 кеше дауаханаға һалынған. Яраланыусылар араһында балалар бик күп тип хәбәр ителә. Тәнәфес ваҡытында  битлек кейәгн билдәһеҙ кешеләр мәктәпкә килеп ингән һәм ут асҡан.
  • Рәсәйҙең террорға ҡаршы милли комитеты Һамар өлкәһендә террор ғәмәле әҙерләүсе ирҙе юҡ итте. Уның халыҡ-ара террор төркөмө менән бәйле булыуы һәм халыҡ күп йөрөгән урында теракт ойошторорға ниәтләүе тураһында билдәле. Федераль именлек хеҙмәткәрҙәре ир йәшәгән йортта ҡорал һәм шартлатҡыстап тапҡан.
  • Американың Огайо штатында ике моторлы Пипер самолеты толаҡ йорттар өҫтөнә ҡолаған. Пилот һәләк булған. Самолет килеп бәрелгән йорт ныҡ ҡына емерелгән. Унда йәшәүселәр йәрәхәтләнмәгән.
  • Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты Ырымбур-Мәскәү рейсы менән осоусы самолет бортында ҡулға алынған иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты. Ул власть вәкилен йәберләүҙә ғәйепләнә. Пассажир бортҡа ингәс тә ҡысҡыра башлаған. Иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалмаған. Хатта полиция хеҙмәткәрҙәре менән һуғышҡан.
  • Австрияла экстемалдар  2 саҡырым 200 метрлыҡ тау башына күтәрелеү өсөн дирижабль яллаған. Бейек тауҙан шыуып төшөр өсөн быға тиклем уларға вертолет менән ҡулланырға тура килгән. Дирижабль күпкә уңайлыраҡ та, арзаныраҡ та икән.
Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ҡолонсаҡлы ғаилә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡолонсаҡлы ғаилә

Өфө районында йәшәгән ғаиләләрҙең береһе ғәҙәти булмаған ярҙамға мохтаж. Мысырғәлиндарҙы йылҡы аҫрау нескәлектәре ҡыҙыҡһындыра. Бирәм тигән ҡолона, сығарым ҡуйған юлына. Марсель һәм Камилла уртаҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын яҙмыш бүләгеләй күрә. Был ҡолонсаҡҡа улар Алекс ҡушаматы биргән....

29 июля 2020
Смотреть видео Роботлаштырылған экзоскелет | ГТРК «Башкортостан»

Роботлаштырылған экзоскелет

Башҡортостанда терәк-хәрәкәт аппараты эшмәкәрлеге боҙолған кешеләр өсөн роботлаштырылған экзоскелет ҡулланыла башланы. Ике автоматлаштырылған аппарат Республика балалар клиник дауаханаһы һәм Өфөнөң 17-се дауахана пациенттары өсөн һатып алынған.  Махсус робот пациенттың аяҡтарын үҙ-аллы атлата...

29 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә «Велосипедсы» операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Велосипедсы» операцияһы башланды

Йыл башынан башҡалала велосипедсылар ҡатнашлығында 34 юл фажиғәһе теркәлгән, уларҙа 35 кеше, шул иҫәптән, 15 бала йәрәхәтләнгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, велосипедсылар йыш ҡына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн уларға...

29 июля 2020
Смотреть видео Республикала юл-транспорт фажиғәләре арта | ГТРК «Башкортостан»

Республикала юл-транспорт фажиғәләре арта

Үлемесле аварияларҙа кешеләр күпләп һәләк булыуы борсоға һала. 22 июндән алып барылған иҫәп буйынса республика юлдарында 1 мең 685 водитель иҫерек хәлдә руль артында туҡтатылған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы алдында юлдарҙа водителдәрҙе тикшереү бурысын...

29 июля 2020
Смотреть видео Файҙалы туңдырма | ГТРК «Башкортостан»

Файҙалы туңдырма

Башҡорт дәүләт аграр университетында прополис һәм һеркә ҡушылған үҙенсәлекле туңдырма уйлап сығарғандар. Уны тәмләп ҡарарға төрлө кафе, кибет, ресторан вәкилдәре килде. Киләсәктә туңдырма һатыуға ла сығыр тигән өмөт бар. Прополис һәм үҫемлек һеркәһе ҡушылып эшләнелгән ике төрлө туңдырма әҙер. Әммә...

29 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта

Ҡотҡарыусылар батыусылар тағы ла артыр тип фаразлай. Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал, һауа температураһы төндә 11-16, көндөҙ - 23-28 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Кесаҙна ла ...

29 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 15 кеше батып үлгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 15 кеше батып үлгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты күңелһеҙ статистиканы иғлан итте. Үткән аҙнала Башҡортостанда 15 кеше батып үлгән. Һыу ҡорбандары һаны эҫе көндәргә туранан-тура бәйле. КИюль башынан республикала һыу ингәндә һәләк булғандар һаны 70-тән ашыу. Шуларҙың 70 проценты – һыуға иҫерек хәлдә...

29 июля 2020
Смотреть видео «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһының макеты һайлап алынды | ГТРК «Башкортостан»

«Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһының макеты һайлап алынды

Хәҙер халыҡ уны  ҡуйыу урынын тауыш биреү юлы менән билдәләргә тейеш. Тауыш биреү онлайн рәүештә барасаҡ. Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм Даны ҡалаһы» тигән абруйлы исем бирелеүе шиғриәт һөйөүселәрҙе лә битараф ҡалдырманы. Баш ҡаланың беренсе май аллеяһында үткән шиғри флешмобта улар Өфөгә...

28 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар эшкәртеү башҡарыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар эшкәртеү башҡарыла

Башҡортостанда көндә 2 меңдән ашыу ихата һәм 15 меңдән ашыу подъезда санитар эшкәртеү башҡарыла.  Эпидимиологик хәлгә ярашлы, күп ҡатлы йорттарҙың подъездары, туҡталыштар ғына түгел, шулай уҡ ял итеү урындары һәм балалар майҙансыҡтары ла эшкәртелә. Балалар майҙансыҡтары буш. Махсус кейемдәге...

28 июля 2020
Смотреть видео Битлектәрҙән баш тартырға иртәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Битлектәрҙән баш тартырға иртәрәк

Санитар талаптар коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүҙең иң ябай һәм еңел юлы. Инеү бер, сығыу икенсе урында, битлек, бирсәткә, дезинфекция саралары һәм социаль дистанция – республиканың күп функциялы үҙәктәрендә хәүефһеҙлек талаптары теүәл үтәлә. Сөнки бында көнөнә 10 меңдән ашыу кеше килә. Документ...

28 июля 2020
Яндекс.Метрика