Сибайҙа таш һындар паркы барлыҡҡа киләсәк

“Каро” художество оҫтаханаһының алтын ҡуллы эшселәре Сибай йәшмәләренән яһалған сувенирҙар эшләй. Йәшмәнән тыуҙырылған мөғжизәләрҙе хатта сит илдән дә һатып алыусылар бар. Йәшмә-ҡаты таш. Ниндәй ҙә булһа картина йә иһә сувинер эшләү өсөн уны йоҡа ғына итеп ҡырҡып, таш менән һүрәт төшөрәләр. Йәшмәне эшкәртеү еңелдән түгел, шуға ла ҙур хеҙмәт һәм сабырлыҡ талап ителә. Тәбиғәт күренештәрен, хайуандар һындары төшөрөлгән картиналар, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, паннолар һәм интерьер әйберҙәрҙе эшләү өсөн бер ай ваҡыт китә.

Читайте нас в Яндекс.Новостях