Халыҡ сүплекте икенсе урынға күсереүҙе талап итә

Шишмә районы Сәлих ауылынан йыраҡ түгел генә барлыҡҡа килгән сүп-сар өйөмөнә ут төртөү менән күптәр төҙрәләрен ябырға йә иһә өйөн ҡалдырып торорға мәжбүр. Мәсьәлә йыйылыштарҙа бер нисә тапҡыр күтәрелгән, әммә әле булһа хәл ителмәй.  Шишмә районы Сәлих ауылында халыҡты тирә-яҡ тәбиғәттең, йылға-күлдәрҙең бысраныуы борсоуға һала. Малдар үлә, йылғала балыҡ ҡалманы, бар бәләнең сәбәпсеһе ауыл эргәһендә, йылға аша ғына  урынлашҡан сүплек, ти ауыл халҡы.Сүплек был урында бер-нисә йыл элек кенә барлыҡҡа килгән. Шунан бирле ут сығыу осраҡтары, ауыл өҫтөндә торған ҡара төтөн, насар еҫ Сәлих ауылы халҡына тынғы бирмәй.Элек ошо урындан бөтә Шишмә районы халҡы иң сифатлы ҡыҙыл балсыҡ алған. Хатта кирбес заводы төҙөргә лә йыйынғандар. Әммә йылдар үтеү менән ерҙә соҡорҙар ғына тороп ҡалған. Әҙер уйһыулыҡ буш ятмаһын тип ауыл хакимиәте был урында сүплек урынлаштырырға рөхсәт иткән.Башта ауыл халҡы сүплеккә һалам, хужалыҡ ҡалдыҡтарын ғына килтерһә, тора-бара ул көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына әйләнгән. Был һорау бер нисә тапҡыр ауыл хакимиәте йыйылышында ла күтәрелгән. Сүплек ябылһа юл ситтәре, йылға буйҙары ҡалдыҡтар менән туласаҡ тип борсола ауыл хакимиәте етәкселеге. Әлегә мәсъәләне хәл итеү юлы  табылмаған, ә ауыл халҡын борсоуға һалған сүплектең сиктәре киңәйә генә.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Салауат вариҫтары еңелеү белмәй | ГТРК «Башкортостан»

Салауат вариҫтары еңелеү белмәй

Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Ватан һаҡсылары көнө уңайынан “Салауат вариҫтары еңелеү белмәй” спектакле күрһәтелде. Ул совет хәрби етәксеһе, 112-се Башҡорт кавалерия девизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тормош юлына арналған. Генерал Шайморатов иҫтәлеген мәңгеләштереү...

25 февраля 2021
Смотреть видео Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл

Ошо уңайҙан Башҡортостандың милли архивында легендар комбриг, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Экспозиция республиканың Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивында һаҡланған Муса Мортазиндың шәхси фондындағы документтарынан әҙерләнгән. Экспозицияла 1927 йылда донъя күргән “...

25 февраля 2021
Смотреть видео Башлыҡ маҡсаттар билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Башлыҡ маҡсаттар билдәләй

Өфө ҡала советы депутаттары башланып торған йылға яңы маҡсаттар билдәләне. Ҡала халҡы йәшәйешен яҡшыртыу, төҙөлөш һәм юл ремонтлау эштәрен әүҙемләштереү-уларҙың араһында иң төптәре бына шулар.  Ни өсөн йәштәр Өфөнән ситкә китә? Был һорау сәйәсмәндәҙе генә түгел, ҡала советы депутаттарын да...

25 февраля 2021
Смотреть видео Бер юлы дүрт урында эшләргә мәжбүр | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы дүрт урында эшләргә мәжбүр

Өфөлә йәшәүсе ханым закон буйынса тейешле торлаҡты  бер-нисә йыл рәттән ала алмай интегә. Инвалид бала тәрбиәләгән ҡатын Өфө хәкимиәтендә яҡлау тапмағас, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Роза Сәйетғәлиева   күҙ йәшен йәшерә алмай.  Ҡатын  11 йәшлек сирле...

25 февраля 2021
Смотреть видео Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты

Экстрим яратыусыларҙы 30 градуслыҡ сатлама һыуыҡтар ҙа, буран да ҡурҡытмай. Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты. Автоһәүәҫкәрҙәр сығышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Был юлы ветеран УАЗ-ға ҡар аҫтындағы тыныс йоҡоһонан сығыу форсаты тәтемәй. Заманында бөтә республиканы арҡырыһын...

25 февраля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар ҡотора | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар ҡотора

Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һауа температураһы айырым райондарҙа 40 градусҡаса төшкән. Бындай һыуыҡтар 27-се февралгә тиклем һаҡланыр, тип көтөлә. Ошондай шарттарҙа юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Һауа торошон күҙаллаған төрлө агентлыҡтарға ышанғанда...

25 февраля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда телдәр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда телдәр

Мәҙәниәт һәм мәғариф министрлыҡтары «Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы» менән берлектә туған телдәр көнө алдынан «Башҡортостанда телдәр: уларҙың торошо һәм үҫтереү юлдары” тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Онлайн һәм офлайн режимда күп милләтле республикабыҙҙа туған телдәрҙе уҡытыу, уларҙы...

19 февраля 2021
Смотреть видео Тәмле лә, файҙалы ла | ГТРК «Башкортостан»

Тәмле лә, файҙалы ла

Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Константин Толкачев сығыш яһаған. Ә бына Баҡалыла аутсорсинг нигеҙендәге туҡланыуҙан баш тартҡандар. Райондағы бөтә мәктәп һәм мәктәпкәсә белем учреждениелары...

19 февраля 2021
Смотреть видео Өфөлә Шайморатов уйындары үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Шайморатов уйындары үтте

Ярыштарҙа башҡаланың полилингваль мәктәптәре менән Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернат уҡыусылары ҡатнашты. Тап ошо белем биреү учреждениеларында быйылғы уҡыу йылында шайморатов кластары асылғайны. Был мәктәптәрҙә шулай уҡ легендар комдив иҫтәлегенә арналған музей-кабинеттар ҡоролдо....

19 февраля 2021
Смотреть видео Башҡортостан прокуратураһы 2020 йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан прокуратураһы 2020 йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә талап ителгән медицина хеҙмәте күрһәтеүгә ҡамасаулаған етди тәртип боҙоуҙар асыҡланған һәм һәр осраҡ прокуратура иғтибарына алынып тейешле саралар күрелгән. Башҡортостан прокуратураһы 2020 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Республика прокуратураһының коллегия ултырышында...

19 февраля 2021
Яндекс.Метрика