Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәрҙе коммуналь түләүҙәргә хаҡтың артыуы аптырашта ҡалдырған. “Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәре” ойошмаһы офисында хәҙер һорауҙарына яуап алыу өсөн өс йөҙләгән кеше сиратта торорға мәжбүр. Хаҡтың артыуы нимә менән бәйле? Сиратта тороусылар араһында көн дә ошондай ғауға ҡуба, тип зарлана халыҡ. Таңғы сәғәт етенән улар Сипайлово биҫтәһендәге “Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәре” ойошмаһы офисына февраль айында килгән коммуналь түләүҙәргә хаҡ артыуҙың сәбәбен асыҡларға йыйыла. Һорауҙар күп, әммә күптәре уларға яуап ала алмай кирегә ҡайтып китә. Айлыҡ сығымдарҙың ҡапыл артып китеүенә аптырашта ҡалған халыҡтың күбеһе беренсегә килмәй. Кеше күп булғанлыҡтан бүлмәлә һәм коридорҙа ла сыҙап тороп булмай, ти улар. Әммә "Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәре" ойошмаһы етәксеһе билдәләүенсә, бурысы йыйылып килеүселәр өсөн бер кем дә аҡса түләмәй. Былтыр күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар менән тура килешеү төҙөй башланы. Шунлыҡтан, декабрь айы өсөн күп ҡатлы йортта урынлаштырылған дөйөм прибор квитанцияһына төҙәтмәләр индерелгән. Әгәр ҙә күп ҡатлы йорттағы дөйөм приборҙа халыҡтың һыуҙы аҙ ҡулланыуы күрһәтелһә, аҡса мотлаҡ кирегә ҡайтарыла. Бындай тикшереү йыл һайын үткәреләсәк. Квитанциялар буйынса аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан осраҡта теләгән һәр кем һорауҙарын компанияның рәсми сайтында ҡалдыра йә иһә шылтыратып белешә ала.
Сират торҙоҡ, яуап бирегеҙ
Тулыраҡ: Сират торҙоҡ, яуап бирегеҙ