Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең хәрби-космос көстәренең ике бомбардировщигы Ҡара диңгеҙҙең нейтраль һыуҙары өҫтөнән осоп үтте. Оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, самолеттар 5 сәғәттә 4 мең 500 саҡырым үтеп аэродромға төшкән.

Ҡырым күперенең тимер юл өлөшөнөң яртыһына тиерлек төҙөүселәр рельстар һалды. Шпалдар һәм рельстар Таман ярымутрауында йыйыла. Быйыл августа күпер буйынса тәүге поезд үтергә тейеш. Тимер юл аркаһын яҡтыртыу буйынса ла эштәр башланды. Ул Рәсәй флагы төҫтәрендә буласаҡ. Декабргә тикшем эштәрҙе тулыһынса тамамалау ҡарала. Тимер юлы ун баллыҡ ер тетрәүгә лә бирешмәйәсәк.

Италияның төнъяғында урмандар яна. Хакимиәттәр бер-нисә ҡасабала йәшәүселәрҙе эвакуацияларға ҡарар иткән. Көслө ел сәбәпле ут тиҙ тарала. Янғынға ҡаршы көрәшкә ирекмәндәр ҙә йәлеп ителгән.

Германияның көнбайышында ҡойондар ҡотора. Тәбиғәттең был күренешенән 40 йорт зыян күргән, 5 кеше йәрәхәтләнгән.

Подпишитесь на нас в Пульс