Ағиҙелгә күмер һибәләр

Бының өсөн тәүҙә боҙҙо ҡырҡалар, шунан барлыҡҡа килгән ярыҡҡа күмер һалалар. Был сара яҙғы ташҡын мәлендә Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Дим йылғаларының күперҙәрен боҙ тығылыуҙан һаҡлай. Ағиҙел йылғаһының боҙ  ҡатламы быйыл ҡалын – 80 сантиметр тирәһе. Шулай ҙа яһалма ҡоролмаларҙы хеҙмәтләндереү идаралығы белгестәре хәүефһеҙлек тураһында ла онотмай. Боҙ ҡапыл күтәрелеп, бер урынға тығылмаһын өсөн боҙҙо бысып сығалар, аҙаҡ күмер онтаҡтары йәки торф һәм ҡом һибелә. Был ҡырҡылған йөй кире туңмаһын өсөн эшләнә. Өҫтәүенә, ошондай урындарҙа боҙ тиҙерәк ирей башлай. Белгестәргә лә эште тиҙерәк башҡарырға тура килә.  Һәр терәү тирәләй 240 квардарт метр тирәһе майҙан эшкәртелә. Был ташҡынға ҡаршы берҙән-бер көрәш ысулы. Сөнки күперҙәр янында боҙҙо шартлатыуы хәүефле. Март аҙағына тиклем эштәр тамамланырға тейеш. Ҡапыл йылытып ебәр­һә, йә ямғыр яуһа, ташҡындың көслө булыуы ихтимал.

 

Читайте нас в Яндекс.Дзен