Китап палатаһы-тарих палатаһы

Тулыраҡ: Китап палатаһы-тарих палатаһы

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләп төбәктә бихисап саралар үтә һәм тарихи мәғлүмәттәргә иғтибар көсәйә. Мәҫәлән Башҡортостандың дәүләт китап палатаһында республика менән бәйле бөтә тарихи һорауҙарға ла яуап табырға мөмкин. Улар ташҡа баҫылған тиһәм дә арттырыу булмаҫ — китап палатаһы бихисап баҫмаларҙың һәм китаптарҙың бай архивына эйә. Мәҫәлән, автономия өсөн көрәш менән бер осорҙа сыға башлаған беренсе башҡорт гәзитенең тәүге һаны унда һаҡлана. Баҫмалар һәм уларҙың тарихы менән беҙҙе китап палатаһы директоры 1919 йыл 20 март. «Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Автономиялы Совет Башҡортостаны тураһындағы килешеүе». Совет власынан килешеүгә Совнарком рәйесе Владимир Ленин, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе вазифаһын башкарыусы Михаил Владимирский, милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссары Иосиф Сталин, ВЦИК секретары Авель Енукидзе ҡул ҡуя. Башҡорт Хөкүмәте яғынан Башҡорт Хөкүмәте рәйесе Мөхәмәтйән Ҡулаев, Башҡорт шураһы ағзаһы Муллайән Халиҡов, Башҡорт ғәскәрҙәре адъютанты Әбдрәшит Бикбауовтарҙың ҡултамғаһы килешеүҙе нығыта.Шулай итеп, Башҡортостан Рәсәйҙәге тәүге милли-территориаль республика булып ойошторола.Башҡорт милли матбуғатының барлыҡҡа килеү тарихы автономия өсөн көрәш менән туранан-тура бәйле. 1917 йылдың йәйендә башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте ойошоу менән уның тәүге матбуғат баҫмаһы ла барлыҡҡа килә. Беренсе башҡорт гәзите “Башҡорт иттихаҡи бюроһының мөхбире” тип атала. Уның ойоштороусыһы милли хәрәкәт етәкселәренең береһе Сәғит Мерәҫов. 1-се Башҡорт ҡоролтайына әҙерлек барған осорҙа, 1917 йылдың 14 июнендә, “Башҡорт иттифаҡи бюроһы мөхбире”нең тәүге һәм берҙән-бер һаны донъя күрә. Унда милли хәрәкәт лидеры Зәки Вәлидиҙең “Башҡорттарҙың алдында торған эштәре” мәҡәләһе баҫыла.1-се Башҡорт ҡоролтайы үткәндән һуң, гәзит “Башҡорт” тип үҙгәртелә. Гәзиттең мөхәррире итеп шағир Хәбибулла Ғәбитов тәғәйенләнә. “Башҡорт” Ырымбур ҡалаһында аҙнаһына бер тапҡыр сығарыла. 1918 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте ҡулға алынғас, гәзит бер аҙға туҡтап ҡала. Артабан 1918 йылдың июнендә Силәбе ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте үҙ эшен яңынан башлағас, “Башҡорт” гәзите лә ҡайтанан сығарыла башлай. Силәбелә матбуғат эше менән Вәлидиҙең көрәштәше Фәтхелҡадир Сөләймәнов шөғөлләнә.1918 йылдың июлендә Сәғит Мерәҫов Ырымбур ҡалаһында Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеген ойоштора. Ошо бүлек янында Хәбибулла Ғәбитов “Башҡорт тауышы” тип исемләнгән яңы гәзит сығарыуҙы юлға һала. 1918 йылдың 20 авгусынан Башҡорт хәкүмәтенең яңы рәсми матбуғат органы “Башҡортостан хөкүмәтенең теле” гәзите сығарыла башлай. Тәүге башҡорт гәзиттәре милли хәрәкәттең эшендә мөһим роль уйнаған факторҙарҙың береһе. Тап ошо осорҙа гәзиттәрҙең биттәрендә Шәйехзада Бабичтың ялҡынлы шиғырҙары, мәҡәләләре донъя күрә.Башҡорт хөкүмәтенең тәүге рәсми матбуғаты — Башҡортостан хәбәрҙәре газетаһы. ул ғәрәп графикаһында сыға. Рус һәм башҡорт телдәрендә баҫтырыла. Сәйәси лозунгтарға бай була. Редакция Стәрлетамаҡ ҡалаһында Баҙар майҙаны Дьяков йортонда урынлаша. 1,2,3 айға яҙҙырып алдырыу яйға һалына.Автономиялы республиканың 10,15, 20 һәм киләһе юбилей даталарына бәйле китаптар донъя күрә. Улар ҙа әлеге ваҡытта китап палатаһында һаҡлана.