Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙенең һөнәри байрамын билдәләне

 Ошо уңайҙан ҡала мәҙәниәт һарайында ҙур сара үтте. Унда республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм ҡала башлығы Өлфәт Мостафин ҡатнашты. Төбәк етәксеһе ҡала мәҙәниәт һарайы алдында ойошторолған күргәҙмә менән танышты. Артабан тантаналы йыйылышта Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә эшләүселәргә маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Ҡар күп булыуға ҡарамаҫтан, һеҙ был бурысты уңышлы үтәнегеҙ, хәҙер яҙға әҙерләнергә кәрәк, тине Радий Хәбиров.  

Подпишитесь на нас в ВКонтакте