Торлаҡ төҙөлөшөн тотҡарлыҡһыҙ дауам итер мөмкинлектәр бар

 Был хаҡта “Беренсе трест” компанияһы етәксеһе Тимур Ғәҙиев сираттағы төҙөлөш сәғәте ултырышында белдерҙе. Беренсе трест етәксеһе билдәләүенсә, паникаға сәбәп юҡ, компанияның аҡсаһы Рәсәй банктарында һаҡлана, бынан тыш ойошманың төҙөлөштө тотҡарлыҡһыҙ алып барырға үҙ финанс саралары етерлек. Төҙөлөш сәғәтендә шулай уҡ Өфө ҡала һәм районы, Иглин районы менән Нефтекама ҡалаларында проблемалы объекттарҙа төҙөлөштө тамамлау буйынса саралар план-графигын үтәү барышы ла тикшерелде. Радий Хәбиров айырым йорттар буйынса аныҡ даталар билдәләргә ҡушты.

Подпишитесь на нас в Google Новости