Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре
Төньяҡ Африкала иң көслө циклондарҙың береһе — Идаи үткән. Мозамбик менән Зимбабвела йөҙәрләгән кеше һәләк булған. Хәбәрһеҙ юғалғандары ла бихисап. Тәбиғи көстәрҙән зыян күргән райондарға ҡотҡарыусылар ҙа оҙаҡ барып етә алмаған. Һауа торошоноң насар булыуы сәбәпле вертолеттар оса алмай, элемтә лә юҡ. Урындағы халыҡ ғәрәсәттән ҡасып ҡына ҡотола.
Донъя рекордын ҡуйыу өсөн Австралияла иң ҙур усаҡ яҡҡандар. Өс ай дауамында һалынған 60 метрлыҡ ҡоролма ярты сәғәт эсендә янып бөткән. Әммә урындағы экологтар был сараға ҡаршы сыҡҡан. Көслө ялҡын һөҙөмтәһендә һауала зарарлы матдәләр дәүмәле артҡан.
Ҡырымда “Төнгө бүреләр” иң ҙур Рәсәй флагын йәйелдергән. Ҙурлығы буйынса илдең рекордтар китабына индерелгән флагты байкерҙар Гасфорта тауына алып менгән. Сара Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына 5 йыл тулыуға арналған мотоуҙыш сиктәрендә үтте.
Ҡырым республикаһының Рәсәй составына инеүенә 5 йыл тулыу айҡанлы Балаклава һәм Таврия йылылыҡ электр станциялары сафҡа индерелдн. Ул ярымутраҙы электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итәсәк. Асыу тантанаһында ил башлығы Владимир Путин да ҡатнашты.

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Сарала уҡытыусылар, колледж директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты. “Мәғариф эштәре” журналы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тәүге баҫмаһы. Ул ғәрәп телендә 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында донъя күргән. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм замана талаптарына ярашлы...

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе
,,Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе,, республика конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡала. Ойоштороусылар конкурсҡа мөмкин тиклем күберәк иғтибар йәлеп итергә, ҡатнашыусыларҙың һанын артырырға, уларҙың баһаһын күтәреп халыҡ араһына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошо йәһәттән Рәсәй ДОСАФФ ойошмаһының...

Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды
Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының...

Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?
Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты...

Башҡортостан Хөкүмәтендә етди үҙгәрештәр
Улар менән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров таныштырҙы. Талаптар көсөйтелә, тине Радий Фәрит улы. Төҙөлөштә, йәмәғәт транспортында етди тәртип урынлаштырыу башлана. Оператив кәңәшмә министрҙар кабинетындағы кадрҙарға бәйле үҙгәрештәр менән асылды. Радий Хәбиров ял көндәрен бушҡа...

Башҡорт википедияһына 15 йыл
Ошо уңайҙан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының грек залына иң әүҙем телсе ирекмәндәр йыйылды. Бөгөнгәсә башҡорт викиирекмәндәре тарафынан интернет селтәренә 55 мең мәҡәлә әҙерләнгән. Викиирекмәндәр осрашыуы мәшһүр «Урал көйө менән асылды. Башҡорт википедияһы хәрәкәтенең иң әүҙем...

Боронғо дәүер юлдары
«Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында “Боронғо дәүер юлдары” тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Үҙенсәлекле экспозицияла таш быуаттан алып ун туғыҙынсы быуатҡа тиклемге осорҙа Башҡортостанда табылған төрлө артефакттар менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәнең нигеҙендә 2017 йылда Өфө-2...

Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған
Башҡорт эҙәрмәндәре Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар тапҡан. Ул йылдарҙа меңәрләгән кеше комсомол һәм партия саҡырыуы буйынса хәрби хеҙмәткә алынған. Әммә улар тураһында мәғлүмәт бер ерҙә лә теркәлмәгән. Хәҙер инде был һалдаттарҙың исемен асыҡлау һәм мәңгеләштереү мөмкинлеге бар....

Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала
Бының өсөн беркетелгән поликлиниканың регистратураһына мөрәжәғәт итеү ҙә етә. 65 йәшен тултырыусы Вера Александровна ковидҡа ҡаршы прививка яһатырға ,,доктор. Рб,, сайты аша яҙылған. Бындай ысул иң уңайлыһы, ти ханым. Сират та юҡ, шунда уҡ табипҡа эләгәһең. Прививка яһатыр өсөн айырым әҙерлек...

Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был ҡағиҙәне рәсми нығытырға тәҡдим итте. Төбәк парламентының сираттағы ултырышында дүрт тиҫтәнән ашыу закон проекты ҡаралды. Электр ҡеүәтендәге автомобилдәргә ихтыяжды хәстәрләү маҡсатында транспорттың был төрөндә йөрөгәндәр өсөн дә түләүле парковкаларҙы...