Сара Башҡортостан республикаһы ойоторолоуының 100 йыллығына арналды. Ярышта өс төркөмгә бүленеп ҡырҡтан ашыу бала ҡатнашты. «Урал батыр» эпосы — башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Сибай ҡалаһында был эпосты яттан һөйләү буйынса конкурс уҙғарыу матур йолаға әйләнгән. Республикабыҙҙың 100 йыллығына бағышланған бәйгелә барлығы 40-тан ашыу бала һынау тотто. Иң кесеһенә ни бары 7 йәш. Ойоштороусылар билдәләүенсә, сара йәш быуынды халыҡ ижадына ылыҡтырыу, сәсәнлек йолаларын дауам итеү, балаларҙың һәләтен үҫтереү маҡсатынан уҙғарыла. Гран-при һәм беренсе урынды Гөлназ Мөхәмәтйәнова, Илназ Исхаҡов һәм Тимур Байрамғолов яуланы. Әйтергә кәрәк, эпостың йәш быуынды тәрбиәләүҙә лә әһәмиәте ҙур – яҡшыны ямандан айырырға, ололарҙы хөрмәт итергә, тыуған ереңде һаҡларға һәм ҡәҙерен белергә өйрәтә.
20 марта 2019 — 15:08